Мәктәптәрҙә өҫтәмә сығымдарға ата-әсәләрҙән аҡса йыйыу законлымы? 14.01.2015

Күптәр мәғариф учреждениеларында  аҡса йыйыуҙарға ризаһыҙлыҡ белдерә. Әммә , был дәғүәләр үҙ -ара гәп һатыуҙарҙан, йәшерен фекер алышыуҙарҙан ары китмәй. Нисек кенә булмаһын ата-әсәләр  баш баҫып ҡына кәрәк сумманы алып барып тапшыра. Сөнки башҡаса мөмкин түгел. Кемдең генә үҙ балаһының уҡытыусыларҙан кәмһетелеүен һәм өлгәш яғы насарайыуын теләһен. Икенсенән , белем усаҡтарында өҫтәмә аҡса йыйыуҙар һис тә генә законға ҡаршы килмәй. Уны ата-әсәләр үҙҙәре  билдәләй һәм бында беҙҙең  ҡыҫылыш юҡ, ти уҡытыусылар. Әммә ысынбарлыҡта башҡаса.

Фәнирә Дауытова ике баланы яңғыҙы тәрбиәләй. Өлкән улы дүртенсе синыфта белем алһа, ҡыҙы әле балалар баҡсаһына йөрөй. Бюджет өлкәһендә эшләгән ханыма тормош йөгөн бер үҙенә тартыуы ауырға тура килә. Эшләп тапҡан аҡсаның күпселек өлөшө баланы уҡытыуға китә.Ә бит беҙ белем биреү бушлай булған илдә йәшәйбеҙ, тип зарлана ханым. Класс, мәктәп фонды, һаҡ хеҙмәте, йыйыштырыусыларҙан тыш, кәнсә тауарҙарына ла 26-сы мәктәптә  ата-әсәләрҙән йыйалар. Бирмәһәң шундуҡ халыҡ дошманына әйләнәһең, ти Фәнирә Фәйзрахман ҡыҙы.
Мәктәп директоры был турала бөтөнләй хәбәрҙар булмай сыҡты. Мөғәлим әйтеүенсә, белем усағында рөхсәт ителгәндән тыш бер тин дә аҡса йыйылмай. Ата-әсәләр үҙҙәре теләп ниндәйҙер сумма тапшыра икән, беҙ ҡаршы килә алмайбыҙ, тип белдерҙе.
Әлбиттә был аҡса йыйыуҙарҙың үҙ ирке менән һәм шул уҡ ваҡытта мәжбүри рәүештә икәнлеген барыһы ла яҡшы аңлай. Ләкин быны ҡағыҙҙа теркәп нимәлер иҫбат итеү мөмкин түгел. Һөҙөмтәлә ғәйеплеләр ҙә юҡ. Ләкин күп кенә осраҡта ата-әсәләр комитеты билдәләгән сумманы тап уҡытыусылар талап итә. Әгәр ул түләнмәй икән мөғәлимдәр тарафынан йәберләүҙәр, баланың өлгәше насарайыуын да күҙәтергә мөмкин. Мәғариф министрлығы белгестәре бындай күренешкә ҡаршы етди көрәш алып бара.
Ләкин әлегә мәктәптәрҙә өҫтәмә аҡса йыйыуҙарға ҡаршы көрәш ел тотоуҙы хәтерләтә . Сөнки ришүәтте алыусы түгел, ә биреүсе лә ғәйепле. Ата-әсәләр үҙ ирке менән мәжбүри рәүештә аҡса тапшыра икән, тимәк улар ҙа ла ғәйеп бар һәм кемгәлер зарланыу урынһыҙ.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика