Мәктәптәрҙә социаль педагогтар һәм психологтар мотлаҡ булырға тейеш 25.04.2017

Был турала балалар араһында кире күренештәрҙе сикләүгә арналған Хөкүмәт президиумы ултырышында  Рөстәм Мәрҙәнов белдерҙе.

Сер түгел, мәктәп психологтарына ихтыяж юҡ тип  улар күп кенә урындарҙа ҡыҫҡартылды. Ләкин һуңғы аралағы күренештәр был һөнәр эйәләренең үтә мөһим булыуын иҫбатланы. Тап социаль педагогтар, психологтар уҡыусыларҙы уйланылмаған аҙымдан, социаль селтәрҙәр йоғонтоһонан аралай ала. Ә йортта был эш менән ата-әсә үҙе шөғөлләнергә бурыслы. Шикле сайттар, интернет сәхифәләр күреү менән Роскомнадзорға хәбәр итеү мотлаҡ. Сөнки  бәлиғ булмағандарҙы депрессия хәленә еткереү, уларҙың аңында яман уйҙар тыуҙырыу менән шөғөлләнеүселәр интернет тулы. Хөкүмәт Президиумы балаларҙы яҡлау эшен өс йүнәлештә ҡорорға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика