Мәктәптә - баҡса! 09.04.2016

Өфөнөң Ленин районында ике балалар баҡсаһы эшләй башланы. Улар ҡаланың 25-се һәм 35-се мәктәптәрендә урынлашҡан. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары федераль грант ярҙамындә төҙөлә.

Кескәйҙәр интерактив ҡом майҙансығында уйнай. Ул төрлө сағыу төҫтәрҙә яна - бында тауҙар, күл, яландар эшләргә мөмкин. Соҡор ҡаҙыһаң, йә иһә тау өйһәң ул төҫөн үҙгәртә. Был уйынсыҡ  моториканы яҡшырта.
Йыһангирҙар булып кейенеп ракетала осоу, бөҙрәхана, аш бүлмәһе һәм башҡалар... 35-се белем биреү үҙәгендәге балалар баҡсаһында ике бүлмә лә интерактив уйындар менән йыһазландырылған. Мәктәпкәсә учреждение медицина блогында төҙөлә. Проектты тормошҡа ашырыуға 6 миллион һум аҡса бүленә. Әле ике төркөм эшләй. Уларҙың һәр береһендә 25 бала шөғөлләнә.
Ә Өфөнөң 25-се урта мәктәбе ҡарамағындағы балалар баҡсаһында кескәйҙәр хәреф өйрәнә. Бер нисә аҙнанан алфавитты ятлап, малай-ҡыҙҙар  өндәрҙе ҡуша башлаясаҡ. Шулай уҡ инглиз теле, музыка дәрестәре лә инә. Барыһы ла бушлай.  Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы яңыраҡ ҡына эш башлаһа ла, балалар дуҫлашырға өлгөргән.
Балаларға ял өсөн бында спорт бүлмәһе ла бар. Унда иртәнге гимнастика, физкультура дәрестәре уҙа. Яңы  баҡсаға кескәйҙәр теләп йөрөй. Учреждение мәктәптә урынлашҡанға ата-әсәләргә лә уңайлы. Сөнки күптәрҙең ағай-апайҙары бында белем ала. Үҙҙәренең һеңлеләренә күҙ-ҡолаҡ булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика