Мәктәпкә - осраҡлы машинала 09.09.2014

Өфө эргәһендәге бер нисә ауылда йәшәүсе уҡыусылар дәрескә йәйәү, йә юл ыңғайы тура килгән  транспортта йөрөргә мәжбүр. Сөнки йөҙҙән ашыу балаға бүленгән берҙән-бер автобус йыш боҙола. Балалар бер районда йәшәп, икенсеһенә уҡырға йөрөү сәбәпле, автобус мәсьәләһе тиҫтә йылға яҡын хәл ителмәй.

Балаларын Өфө районының Булгаков ауылына уҡырға ебәргән ата-әсәләрҙе көн дә бер һорау борсой. Уҡыуҙан был юлы автобус менән ҡайтырҙармы, әллә йәйәү тура килерме. Автомобилдәре булған ғаиләләр балаларын үҙҙәре ҡаршылай, әммә һәр ата-әсәнең дә бындай мөмкинлеге юҡ. Бар мәсьәлә яҡын-тирәләге 5 ауылдан 108 баланы уҡырға йөрөтөүсе мәктәп автобусына килеп төртөлә. Салонда 22 урын булыу сәбәпле, водителгә бер нисә рейс эшләргә тура килә. Һөҙөмтәлә берәүҙәр дәрес башланыуын көтә, икенселәре һуңлай. Өҫтәүенә, машина йыш боҙола. Ә водителгә йомшаҡлығы өсөн штраф түләргә лә тура килгән. Ҡыҙғанысҡа, автобус Белем байрамы көнөндә лә төҙөк булмай сыға. Ҡайһы бер уҡыусылар мәктәпкә үҙ аллы барһа ла, өйҙәрендә ултырып ҡалыусылар ҙа табыла. Автобус булмаған осраҡта уҡыусылар трасса буйлап 10 саҡрым араны йәйәү үтергә мәжбүр. Ә ҡышын был проблема киҫкенләшә. Юлдарҙы көрт баҫа, ҡараңғы ла иртә төшә. Урындағылар билдәләүенсә, уҡыусыларға бәйле юл-транспорт фажиғәләре лә трассала йыш теркәлә. Уҡыусыларҙың ғүмере өсөн яуаплылыҡты балалар йәшәгән Киров районы ла, улар уҡыған Өфө районы хакимиәте лә үҙ өҫтөнә алырға теләмәй. Өҫтәүенә, мәсьәләнең тиҫтә йылдан ашыу киҫкен тороуына ҡарамаҫтан, был хаҡта уларҙың хәбәрҙар булмауы асыҡланды.
Римма Морозова, Өфөнөң Киров районы хакимиәте мәғариф идаралығының техник төркөмө етәксеһе: «2008 йылдан бирле Атаевка, Локотки, Искино ауылдарынан балаларҙы автобуста уҡырға йөрөтөү ойошторолдо. Ошоғаса уларҙан бер ниндәй ҙә ялыу булманы. Бөгөн уларға тағы бер автобус бүлеү мәсьәләһе ҡарала».
Тиҙҙән һалҡындар, көҙгө ямғырҙар башлана. Мәсьәлә хәл ителгәнсе, уҡыусыларға белем усағына нисек етте шулай йөрөргә, ә ата-әсәләргә балаларын хафаланып көтөп алырға ҡала.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика