Мәктәпкә әҙерлек кеҫәгә һуғамы?! 24.08.2015

Белем көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ата-әсәләр балалары менән мәктәп йәрминкәләренә, зауыҡлы магазиндарға юллана. Берәүҙәр сифатлы әйберҙәр менән ҡыҙыҡһынһа, икенселәр оторға тырыша, арзаныраҡ урындарҙы эҙләй.  

Әйүповтар ғаиләһе 1 сентябргә тулыһынса әҙер. Балаларҙың ҡыуанысының сиге юҡ. Әлимә менән Ғәлим тәүге тапҡыр парта артына ултырасаҡ. «Мәктәпкә барыу - көтөп алынған ваҡиға», - ти йәш әсә. Ғаилә бюджетына ла ныҡлы һуҡҡан. Игеҙәктәргә уҡыу формалары ғына икеһенә ете мең һумға барып баҫа.
Уҡырға өйҙә лә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Былтыр Әйүповтар балаларына дәрес әҙерләргә махсус өҫтәлдәр һатып ала. Әлимәне сағыу, йөкмәткеле китаптар ҡыҙыҡһындырһа, Ғәлим һандарҙы ҡушып-алырға ярата. Игеҙәктәр бер-береһенә ярҙам итеп уҡырға вәғәҙәләй. Белем тауына үрләргә теләк тә ҙур.
Ҡара-күк күлдәк кейеп, аҡ алъяпҡыс таҡҡан ҡыҙ көҙгөгә ҡарап үҙенә һоҡланып туя алмай. Диана Соколова мәктәп йәрминкәһенә тәүге тапҡыр уҡыу формаһын һайларға килгән. Ғаиләлә аҡса яғы наҡыҫ булғанда, республика хөкүмәте тарафынан матди ярҙам да ҡаралған.
Бынан тыш, мохтаж ғаиләләр кәрәкле документтарҙы туплап, балаһына уҡыу формаһына киткән 2868  һумға тиклем аҡсаһын кире ҡайтара ала. Сентябрь яҡынлашыу менән мәктәп йәрминкәләрендә һатыусылар ҙур ташламалар яһай башлаған. Хәйер, спорт формаһын 700-800 һумға табып булһа,  блузка, итәктәр ҙә яҡынса шул уҡ хаҡҡа төшә.
Йыл һайын мәктәп формаһының, портфелдәрҙең төрлөлөгө, сифаты ла арта. «Һайланған һаҙға батҡан» тиһәләр ҙә, уҡыусыларҙы аңларға була - Белем көнөн яҡшы кәйеф менән матур ҡаршыларға теләйҙәр. Был тәңгәлдә һатыусылар ҙа итәғәтлек хаҡында онотмай.
Мәктәпкә әҙерлек барышында балалар һәр ваҡыттағыса ата-әсәлеренә «тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға» һүҙ бирә. Изге маҡсатты тормошҡа ашырырға күп ҡалманы.  Күңелле каникулдың һуңғы аҙнаһы башланды.
Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға бүләк итеп - Белем көнөнә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла яңы проект әҙерләй. Мәктәп тормошон, заман мәғарифын яҡтыртыусы тапшырыу «Асыҡ дәрес» исеме аҫтында айына ике тапҡыр 31 августан эфирға сығасаҡ.
Мәғариф өлкәһендәге реформалар һәм яңылыҡтар, заманса уҡытыу методикалары менән таныштырыусы тапшырыу барыһы өсөн дә үҙенә күрә дәреслек булыр, тип ышана проект авторҙары. Тәүге сығарылыш та нәҡ мәктәпкә әҙерлек, яңы дәреслектәр хаҡында...
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика