Мәғариф өлкәһен камиллаштырыу маҡсатҡа ярашлы башҡарылды

Мәғариф өлкәһен камиллаштырыу маҡсатҡа ярашлы башҡарылды 10.07.2014

Был турала бөгөн тармаҡ министры Әлфис Ғаязов Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙа үткән хөкүмәт сәғәтендә белдерҙе.

Сираттағы пленар ултырышта республиканың мәғариф усаҡтарында башҡарылған камиллаштырыу сәйәсәте һөҙөмтәләре барланды. Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа башҡарылған үҙгәртеп ҡороуҙар белем биреү сифатын күтәрергә, уҡытыусыларҙың абруйын арттырырға форсат бирҙе. Мәктәптәрҙе компьютерлаштырыу ҙа әүҙем башҡарылды. Элегерәк мәҫәлән, 17 уҡытыусыға бер электрон иҫәпләү ҡоролмаһы тура килһә, әле 6 уҡыусы бер компьютер менән файҙалана. Берҙәм Дәүләт имтихандары буйынса ла республиканың ҡаҙаныштары байтаҡ, тигән фекерҙә Башҡортостандың мәғариф министры.
Сираттағы пленар ултырышта Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай яҙғы сессиялағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Бөгөн фекер алышыуға барлығы 19 закон проекты ҡаралды, шуларҙың 14-е өсөнсө уҡыуҙа ҡаралды. Яҙғы сессия барышында республика парламенты хәл иткес закондар ҙа ҡабул итеп өлгөрҙө. Шуларҙың береһе Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының айырым пункттарына үҙгәрештәр индереүгә ҡағыла. Төҙәтмәгә ярашлы, 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһы етәксеһенең атамаһы Башҡортостан Республикаһы башлығы тип үҙгәртелә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку