Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте 08.08.2014

Туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр сифатлы белем биреүҙең төп нигеҙе булып тора. Ә мәғариф тармағы алға киткән осраҡта тотош республиканың тотороҡло үҫеше хаҡында һөйләргә мөмкин. Мәғариф буйынса быйылғы республика август кәңәшмәһендә лә һүҙ тап ошо хаҡта барҙы. Форумда республика етәкселеге, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, ҡала һәм район башлыҡтары, юғары уҡыу йорто ректорҙары һәм уҡытыусылар ҡатнашты.

Ҡайһы бер белем усаҡтарында башҡорт телен уҡытыу менән проблемалар килеп тыуһа, Салауаттың 1-се гимназияһында дәүләт  телен сит милләт балалары ла  теләп өйрәнә. Уңыштың  сере  ябай - дөрөҫ педагогик алым. Белем усағында башҡорт теле электрон дәреслек  буйынса уҡытыла.
Рөстәм Хәмитов салауаттарҙың эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Дәрестәр мауыҡтырғыс икән, уҡыусылар предметты  ҙур теләк менән өйрәнәсәк, тине республика етәксеһе.  Гимназияла  5-се синыфтар тағы 3 фәнде электрон дәреслек буйынса уҡый.  Рәсәйҙең 500 иң яҡшы мәктәбе иҫәбенә ингән был гимназияла быйылдан республиканың электрон белем биреү буйынса тәжрибә майҙансығы ла асыла. Туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр юлында булған  белем усағында йәйге каникулда ла эш тынмай. Әле бында йәйге интеллект лагеры эшләй.
Әле уҡыусылар  экологик темаға ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә. Берәүҙәр Өфө һәм Салауаттағы һыу сифатын сағыштырһа, икенселәр ашламаһыҙ һәм нитраттар менән бойҙай үҫтерә  йәки хәрәкәт итеүсе роботтар  йыя. Гимназияның тағы бер үҙенсәлеге - инглиз телен тәрән өйрәнеү. Уҡытыусылар әйтеүенсә,  учреждениела  белем биреүҙән тыш, балаларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә лә өҫтөнлөк бирелә. Был алым үҙен аҡлай.
Артабан ресублика етәксеһе Салауаттың индустриаль колледжында  педагогтар һәм студенттар менән аралашты. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһына күп һөнәри белем биреү учреждениелары көнләшерлек.
Уҡыу йорто ҡалалағы иң ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе «Газпромнефтехим» менән хеҙмәттәшлек итә. Шуға күрә бында сығарылыш студенттарын  эшкә урынлаштырыу проблемаһы юҡ.  Йыл һайын 400-ләп йәш белгес ошо  йәмғиәттә эш башлай.  Уның ҡарауы, республикалағы башҡа  һөнәри белем биреү учреждениеларында студенттар етешмәй.  Рөстәм Хәмитов был турала пленар ултырышта  билдәләп үтте һәм Мәғариф министрлығына һөҙөмтәһеҙ эшләүсе колледж-техникумдарҙың исемлеген әҙерләргә ҡушты. Мәғариф системаһындағы башҡа проблемаларға килгәндә 2-се, 3-сө сменала уҡытыуҙы кәметеү бурысы ҡуйылды.  
Уңыштарға килгәндә  һуңғы йылдарҙа  ғына 200-гә яҡын балалар баҡсаһы төҙөлөүен билдәләп үтергә мөмкин, быйыл тағы 39 объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡын күтәреү, сәләмәтлеген нығытыу, торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса даими эш алып барыла. Белем усаҡтары электрон дәреслектәргә күсә. Был берҙән балаларҙы ауыр  портфелдәр  йөкмәп йөрөүҙән азат итһә, икенсенән белем биреү сифатын яҡшыта. Сөнки  компьютер, телефон йоғонтоһонда үҫкән заман уҡыусылары яңы технологияларҙы, уйын формаһын еңел  үҙләштерә.
Заман мәғариф хеҙмәткәрҙәренән туҡтауһыҙ  эҙләнеүҙәр талап итә. Сөнки  тупланған тәжрибәне яңы методик алымдар менән берләштергәндә  генә уңыш, сифатлы белем биреү хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин.  Шуға күрә мәғариф буйынса республика авгус кәңәшмәһенең дә тап ошо темаға арналыуы осраҡлы түгел.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика