Әлшәй районының Чехов исемендәге ял йорто базаһында ойошторолған "Йәйләү" лагерын ябыу тантанаһы үтте

Әлшәй районының Чехов исемендәге ял йорто базаһында ойошторолған "Йәйләү" лагерын ябыу тантанаһы үтте 15.07.2016

Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған ойошма быйыл да үҙ моратына иреште.
¤

Профилле сменала 12-15 йәштәрҙәге 81 уҡыусы ял итте. Улар туған тел һәм әҙәбиәт, Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте, төрлө ижади конкурстар еңеүселәре. Республика йәштәре  менән бер рәттән,  йәйләүгә Ырымбур, Ҡурған, Силәбе, Татарстан, Мәскәү һәм Санкт-Петербург балалары ла килде. Лагерь тәрбиәләнеүселәре өсөн бында көн һайын бик күп конкурстар һәм байрамдар, билдәле шәхестәр  менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Уҡыусылар айырыуса “Батырҙар йыйыны”, “Йәйләү һылыуы һәм батыры” кеүек  бәйгеләрҙә ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Шулай уҡ республиканың башҡорт телендәге гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, юғары уҡыу йорттары һәм "Тамыр" балалар студияһы вәкилдәре менән осрашыуҙар ҙа  уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. "Йәйләү" лагерындағы йәйге ял күңелле хушлашыу кисәһе менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика