Кушнаренко районының Солтанай ауылында ата-әсәләрҙең, тәрбиәселәрҙең хыялы тормошҡа ашты

Кушнаренко районының Солтанай ауылында ата-әсәләрҙең, тәрбиәселәрҙең хыялы тормошҡа ашты 08.09.2016

Ауылда хәҙер заман талаптарына яуап биргән, шарттар тыуҙырылған балалар баҡсаһы асылды. Солтанай ауылында йәшәүселәр яңы балалар баҡсаһы асылыуын көтөп алған. Быға тиклем күптәр сабыйҙарын күрше ауылға йөрөтөргә мәжбүр булған.

Йорттарына күрше генә урынлашҡан мәктәпкәсә учреждение өсөн Ләйсән Садиҡова ла шат. Хәҙер әсә кеше ике улын баҡсаға ҡалдырып, эштә тыныс күңел менән йөрөй ала.  
Балалар баҡсаһының аш-һыу, йоҡо, уйын бүлмәләре заманса  мебель менән йыһазландырылған.Ҡырҡ балаға иҫәпләнгән баҡсаға әле уларҙың яртыһы ғына йөрөй. Тиҙҙән бинаның бөтә уйын залдары ла балаларҙың шат тауыштарына күмеләсәк, ти  тәрбиәсе Илзирә Мөсәлимова.
Бөтә уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһын бәләкәстәр яратып та өлгөргән. Малай-ҡыҙҙар быға тиклем урамда уйнаһалар, хәҙер улар йылы уйын залдарында уйынсыҡтар менән мауыға, бергәләшеп йыр-бейеүҙәр өйрәнә.
Солтанай ауылы балалар баҡсаһы өсөн республика бюджетынан  өс миллион самаһы аҡса бүленә. Ғөмүмән, Кушнаренко районында бер йәштән алты йәшкәсә 1870 бала иҫәпләнә. Уларҙың  80 проценты балалар баҡсаһына йөрөй. Районда яңы социаль объекттарҙың төҙөлөүе йөҙләгән кешене эш урындары менән дә тәьмин итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика