Краснокама районының Ҡарый ауылы балалары белем байрамын үҙ мәктәбендә ҡаршыланы

Краснокама районының Ҡарый ауылы балалары белем байрамын үҙ мәктәбендә ҡаршыланы 01.09.2014

Көслө дауыл һөҙөмтәһендә урта мәктәп бинаһының ҡыйығы емерелеүенә ҡарамаҫтан Краснокама районының Ҡарый ауылы балалары белем байрамын үҙ мәктәбендә ҡаршыланы. Район халҡы көсө менән белем усағы ике көн эсендә төҙөкләндерелгән, барлыҡ тәҙрәләр алыштырылған.   Бөгөн ауыл зәңгәр яғыулыҡ һәм электр селтәренә яңынан тоташтырылды.

Ҡарый ауылы мәктәбендә тәүге ҡыңғырау быйыл 8 бала өсөн яңғыраны. Беренсе синыф уҡыусыларын белем байрамы тантанаһында  уҡытыусылар, ата-әсәләр, мәктәп етәкселеге ҡотланы.  Ҡыҙҙар һәм малайҙарға мәктәп кәрәк-яраҡтарынан торған бүләктәр ҙә тапшырылды. Парта артына беренсегә ултырған кескәйҙәр тырышып уҡырға вәғәҙәләй.
Әммә халыҡтың байрам кәйефен 29-сы августа үткән дауыл ҡыра. Уҡырға килгән ҡайһы бер балалар,  уҡытыусылар бөгөн урамда тороп ҡалған. Йылдар буйына йыйылған мөлкәт, байлыҡ күҙ асып йомғансы юҡҡа сыҡҡан.  Ғәрәсәт мәктәпте лә урап үтмәй.
Сергей Сәйтиев, Ҡарый ауылы мәктәбе дирекоры: «Түбә, тәҙрә, ишектәр юҡҡа сыҡҡайны.  Ике көн эсендә мәктәп биләмәһен  таҙартып, түбәне яптыҡ, эшкә райондың барлыҡ уҡытыусылары ла йәлеп ителде. Дауыл һөҙөмтәһендә йортһоҙ тороп ҡалған уҡыусыларға эшҡыуарҙар кейем, кәрәк-яраҡтар менән ярҙам итте».
Тарих уҡытыусыһы Светлана Башинская көслө дауылдан улы менән баҙға инеп ҡотола. Ҡойондан һуң бер нисә минуттан ҡатын өйһөҙ тороп ҡалыуын аңлай. Барлыҡ мөлкәт, техника нигеҙ менән тигеҙләнә. Ғаилә мөғжизә менән тере ҡала.
Светлана Башинская, Ҡарый ауылы мәктәбе уҡытыусыһы: «Баҙға нисек йүгереп ингәнемде хәтерләмәйем. Унан сыҡҡанда бар ауылдан һуғыш үткән кеүек ине. Мөлкәт йәл, шулай ҙа иң мөһиме һау-сәләмәтбеҙ. Бар проблемаларҙы онотоп бөгөн дәрес бирергә барҙым. Былтыр йорт туйлаған инек, тағы ла 3 йыл кредит түләйһе бар».
Ә бына Васильевтар ғаиләһе бөгөн ауыр юғалтыу кисерә. Ҡойон ваҡытында ҡапҡаһын ябырға йүгергән 63 йәшлек ғаилә башлығына утын өйөмө ауа. Ирҙе оҙаҡ эҙләйҙәр, тапҡас та тәүге ярҙам күрһәтәләр, әммә ауыр тән йәрәхәттәренән ул урында йән бирә.  
Тәбиғәт ғәрәсәте Йәштәр урамы буйлап үтә. Көслө  дауыл йөк автомобилдәрен һауаға күтәрә, бетон бағаналарҙы йыға, барлығы 33 йортто ер менән тигеҙләй. Әле урында төҙөкләндереү эштәре бара. Ауыл халҡына ярҙамға күрше төбәктәрҙең ҡотҡарыу үҙәктәренән белгестәр ебәрелгән.
Йортһоҙ ҡалған халыҡ бөгөн таныш-туғандарында көн күрә. Ҡарыйҙар өсөн район эшҡыуарҙарының  береһе тәүлек әйләнәһенә эшләгән туҡланыу үҙәген ойошторған. Дауылдан зыян күреүселәргә яҡын арала республика һәм федераль ҡаҙнанан матди ярҙам күрһәтеләсәк.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку