«Киләсәккә лифт» 23.07.2014

18-се июлдә Балговещен районында бөтә Рәсәй  фәнни-ғәмәли мәктәбе үҙ эшен башланы. «Система» хәйрә фонды тарафынан ойошторолған йәйге лагерҙа илдең төрлө төбәктәренән килгән уҡыусылар шөғөлләнә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәре уйлап сығарған проекттарҙы тәжрибәле белгестәр ярҙамында киләсәктә тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә.

Аҡыллы баштарҙың йәйге каникулдар ваҡытында ла ял итергә ваҡыты юҡ. Булсаҡ нефтселәр ҡара алтынды икенсе ҡат эшкәртеү юлдарын барлай. Уҡыусылар менән ғалимдар, илдең юғары уҡыу йорттары белгестәре шөғөлләнә. Уҡыусылар алдында ҡуйылған мәсьәлә тәү ҡарашҡа хәл ителмәҫтәй күренһә лә, бер аҙҙан улар проблеманың асылына төшөнә.
Ғилми мәктәптең экология тармағы бүлмәһендә ҡыҙыу бәхәс бара. Ҡыҙҙар һәм егеттәр ҙур аудитория алдында үҙҙәренең проекттарын яҡлай. Свердловск өлкәһенән килгән 8-се синыф уҡыусылары үҙҙәре йәшәгән мөхитте таҙалыҡта һаҡлау өсөн халыҡты мәҙәни тәрбиәләргә кәрәк тигән фекерҙә.
Юлиә Идякина, ғилми-мәғариф мәктәбе уҡыусыһы /Свердловск өлкәһе/: «Беҙ Первоуральск ҡалаһынан килдек, маҡсатыбыҙ - ҡаланы сүп-сарҙан, тәү сиратта нефть ҡалдыҡтарынан таҙартыу. Акциялар, өмәләр үткәрергә, хром табыусы заводты төҙөкләндерергә тигән тәҡдим менән килдек.
Рәсәйҙә фәнни-ғәмәли мәктәп өсөн йыл эшләй. Быйыл алдынғы ҡарашлы уҡыусылар лагерын Башҡортостанға күсерергә ҡарар иткәндәр. Мәктәптә нефть химияһы һәм уны эшкәртеү, энергетика һәм экология йүнәлеше буйынса төрлө төбәктәҙән килгән 150 бала шөғөлләнә.  
Уҡыусылар алдында илдең стратегик үҫешен билдәләү, тәбиғи мөхитте һаҡлап ҡалыу, 10 йылға иҫәпләнгән иҡтисади проекттар төҙөү кеүек еңел булмаған бурыстар ҡуйыла.
Андрей Андрюшков: «Киләсәккә лифт» мәғариф программалары департаменты етәксеһе: «Мәктәптә балалар алдында ҡуйылған мәсьәләләр бер көнлөк түгел, улар тиҫтә йылдарға иҫәпләнгән. Мәҫәлән, 8-се класс уҡыусыһы теге йәки был һорауға бөгөн тотоноп, уны йылдар дауамында хәл итә. Мәктәпте, юғары уҡыу йортон тамамлағансы был һорау менән шөғөлләнә. Мәктәп балаларҙы алға ҡарап йәшәргә өйрәтә».
Ике аҙнаға иҫәпләнгән программа сикттәрендә балалар нефть компаниялары заводтары, лабораторияларында булыу, ҡоролмалар менән яҡындан танышыу мөмкинлегенә эйә.  Сығарылыш уҡыусылары иһә был проектта ҡатнашҡандан һуң уҡырға ҡайҙа барырға тип баш ватмай.  
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика