Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың балалар уҡыу үҙәгендә сенсор бүлмәһе асылды

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың балалар уҡыу үҙәгендә сенсор бүлмәһе асылды 07.06.2017

Махсус йыһазландырылған урында йәш быуындың аң-кимәлен үҫтереүсе уйындар, төрлө дәрестәр үткәреү ҡаралған. Ошонда уҡ фильмдар һәм йәнһүрәттәр күрһәтеләсәк. Нефть тармағында эшләүсе бағыусы ярҙамында сафҡа ингән бүлмәгә төрлө йәштәгеләр, шул иҫәптән мөмкинлеге сикләнгән малай-ҡыҙҙар ҙа килә ала.

Мәҫәлән, Нефтекамала башҡорт әкиәтенә нигеҙләнеп донъя күргән «Зөһрә йондоҙ» тип аталған был китап насар күргән, йә иһә бөтөнләй күрмәгән балаларға тәғәйенләнгән. Каникул башланыуға ҡармаҫтан сенсор бүлмәһе бәләкәс дуҫтарын йәй көндәрендә лә көтөп ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика