Халыҡ ынйыларын халыҡҡа еткереүсе фән донъяһының 85 йыллыҡ юбилейы

Халыҡ ынйыларын халыҡҡа еткереүсе фән донъяһының 85 йыллыҡ юбилейы 03.06.2017

Бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты юбилей датаһын билдәләне. Ошо уңайҙан Өфөлә тантаналы саралар уҙа. Институт бинаһында пленар ултырыш үткәрелде. Уның эшендә Рәсәй фән ғалимдарынан тыш, сит ил ғалимдары ҡатнашты. Юбилей саралары уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында тантаналы ултырыш үтте.

Институт фондында меңдәрсә ҡулъяҙма, иҫке китаптар һаҡлана. Әле уларҙың 20 процент тирәһе генә эшкәртелгән. Ә 80 процент самаһы өйрәнелмәгән. Ни өсөн? Уларҙың барыһы ла ғәрәп графикаһында яҙылған. Ярай, сит ил, төбәк архивтарындағы материал рус телендә, уны һәр тарихсы тиерлек уҡый ала. Ҡөрьәнде лә күп кеше аңлай, сөнки ул китап хәрефтәре менән яҙылған. Ә ҡулъяҙманы төшөнөр өсөн ғәрәп теле графикаһын, теге йәки был шәхестең стилен аңлаған белгес кәрәк. Ә беҙҙә ундайҙарға ҙур ҡытлыҡ, ти филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова.
Был йәһәттән, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының башҡорт халҡының йәшәйешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Яңы әҙәби тел, башҡорт терминологияһының барлыҡҡа килеүе тап ошо учреждениеға бәйле. Аҫаба халыҡтың телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ һалыу ғына түгел, бар яҡлап  үҫтереүҙә лә институттың өлөшө ҙур. Башҡорт халыҡ ижадының 36 томлығы, диалектология буйынса башҡорт теленең академик һүҙлегенең 10 томы, шулай уҡ 14 томлыҡ «Башҡорт халыҡ тарихы»н нәшер итеү ҙә боронғо халыҡты тотош донъяға танытты. Әлегә тиклем ул бер халыҡта ла ҡабатланмаған.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар фондында ғына 6 меңдән ашыу китап баҫмалары һаҡлана. Уларҙың күбеһе ғәрәп графикаһында - фарсы, ғәрәп, төрөк, төрки һәм башҡорт телдәрендә яҙылған. Фондта шулай уҡ һирәк осраған ҡулъяҙмалар ҙа етерлек һәм күп төрлө. Мәҫәлән, башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары Мифтахетдин Аҡмулла һәм Зәйнулла ишан Рәсүлев үҙ ҡулдары менән яҙып ҡалдырған ҡулъяҙмалар. Төп нөсхә, бындай дананы башҡа бер ерҙә лә осратыу мөмкин түгел.
85 йыл. Институт өсөн аҙ ҙа, күп тә түгел һымаҡ. Шулай ҙа был тарихи йылъяҙмаға байҡау яһау йәһәтенән урынлы. Киләсәккә яңы пландар ҡороу, уларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге.
Был йәһәттән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты йыл һайын көслө белгестәр әҙерләп сығарыуға, Башҡортостан фәненә яңылыҡ индереүгә лә өлгәшә. Меңдәрсә һан менән иҫәпләнгән элекке ҡулъяҙма, баҫмаларҙы өйрәнеп, аҫаба халыҡтың боронғолоғон раҫлап  тарихыбыҙҙы, фәнде байыта.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика