«Халыҡтар күп, ил - берәү генә» 04.10.2016

Бөгөн Башҡортостан халҡы ошо девиз аҫтында ойошторолған «Ҙур этнографик диктант» Бөтә Рәсәй мәғрифәтселек акцияһына ҡушылып, милләт-ара татыулыҡты, берҙәмлекте данланы. Күләмле сара илдең бар төбәктәрендә лә ойошторолдо, 800 майҙансыҡта ҡырҡ меңгә яҡын кеше ҡатнашты.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында әйтерһең дә, ҙур имтихан бара. Аудиторияла тынлыҡ. Студенттар сессиялағы кеүек тест һорауҙарына етди  яуап бирә. Өфөлә этнография буйынса диктант яҙыу акцияһының ойошторолоуын ишеткәс тә, төрлө милләттәрҙең үткәне һәм бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһынған йәштәр һис шикләнмәй белемен тикшереп ҡарарға була. Юғары уҡыу йорто майҙансығы йөҙҙән ашыу студентты берләштерә.
Тест федераль һәм төбәк кимәлендәге утыҙ һорауҙан тора. Рәсәй конституцияһы, халыҡтары, уларҙың мәҙәниәте, көнкүрешенә арналған эштәрҙе башҡарыуға 45 минут бирелә. Яуаптарҙы дөрөҫ ҡайтарғанда, барлығы 100 балл йыйырға мөмкин ине. «Юлдаш плюс» радиоһы алып барыусыһы Байрас Азаматовҡа етеүселәр булмаҫ, ахыры, ул тәүгеләрҙән булып диктант бланктарын тапшырҙы. Рухлы егет яҙма эш һөҙөмтәләрен уртаса баһалай.
Рәсәйҙә этнография буйынса диктант яҙыу акцияһы Удмурт республикаһының Милләттәр сәйәсәте министрлығы тәҡдиме менән ойошторола. Башҡортостанда тәүгә уҙғарылған сара иһә ун ике майҙансыҡта барҙы.
Ойоштороусылар фекеренсә, халыҡтар берҙәмлегенә әйҙәүсе «Ҙур этнографик диктант»тың киләсәге лә ҙур. Йәштәрҙең күләмле проектты күтәреп алыуы быға асыҡ дәлил.
Төбәк майҙансыҡтарында ҡатнаша алмаусылар акцияның рәсми сайтына инеп тә, интернет ярҙамында белем кимәлен тикшерә алды. Диктант һөҙөмтәләре иһә 4 ноябрҙә билдәле буласаҡ. Уға ярашлы, этнография буйынса уҡыу программаларын  үҙгәрештәр индереләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика