«Халыҡ-ара лингвистик коллоквиум»

«Халыҡ-ара лингвистик коллоквиум» 06.09.2014

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты бөтә донъя фән әһелдәрен йыйҙы. Рәсәй биләмәһенең 50 йыллыҡ тарихында был коллоквиум икенсе тапҡыр уҙғарыла. Тәүгеһен 2005 йылда Мәскәү педагогия университеты ҡабул иткән.

Күләмле фәнни форумдың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтеүе осраҡлы түгел. Юғары белем йорто ҙур ҡунаҡтарҙы үҙендә ҡабул итеүен аҡлай. Күп йылдар дауамында университет ғалимдарының фиҙаҡәр хеҙмәте, донъя конференцияларындағы сығыштары, фәнни баҫмалар быға дәлил.
Олег Шабанов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының мәҙәниәт-ара коммуникациялар һәм тәржемә кафедраһы мөдире: «Беҙҙең университетта лингвистика тәрән өйрәнелә. Студенттарыбыҙ, магистрҙар ораторлыҡҡа, сит ил вәкилдәре менән аралашырға өйрәнһен, Европа стилен белһен өсөн беҙ ошондай саралар ойошторорға әҙер».
Мустафа Зулкуф Алтан, Төркиә профессоры: «Беҙҙә шундай мәҡәл бар: «Башҡортостандағы һәр бер өйгә ишек шаҡымайынса инергә була». Ысынлап та, һеҙҙә ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Бындағы бай тәбиғәт, ихлас кешеләр, университет ғалимдары менән аралашыу минең өсөн фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла».
Коллоквиумда Бөйөк Британия, Болгария, Германия, Швейцария һәм башҡа ил ғалимдары профессиональ тәжрибә менән уртаҡлашты, студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуаптар ҡайтарҙы. Сарала когнитив лингвистика, психолингвистика, тәржемә мәсьәләһе һәм башҡа фәнни һорауҙар ҡаралды. Сығыштар инглиз һәм немец телдәрендә барҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика