Хәйбулла районында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаевтың 75 йәшлек юбилейына арналған саралар үтте 30.09.2016

Ҡәҙим Әбделғәлим улы  бер төркөм әҙәбиәт әһелдәре менән тыуған  ауылы Таңатарҙа булды. Ауыл совет осоронда киләсәкһеҙ мөһөрө һуғылып бөтөрөлгән һәм үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас яңынан тергеҙелгән. Шағир  бала саҡ хәтирәләре менән бүлеште, урамдар буйлап үтте. Яңы Ергән ауылында халыҡ шағирын мәктәп балалары уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән ҡотланы, шиғырҙарын уҡыны.  

Делегация Ҡәҙим Әбделғәлим улы тамамлаған  Аҡъяр мәктәбендә класс сәғәтендә  ҡатнашты. Белем усағына шағир китаптарын бүләк итте. Артабан юбилей саралары  мәҙәниәт һарайында дауам итте. Кисәлә Ҡәҙим Аралбаевтың ижадына арналған Интернет конкурсҡа һығымталар яһалды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика