Хәҙерге белем биреү процесында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен нисек уҡытырға? 19.03.2016

Һорауға яуапты Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә ойошторолған фәнни-методик конференция ҡатнашыусылары эҙләне.  

Ғилми сара педагогия фәндәре докторы, профессор Рафаил Аҙнағоловтың 75 йыллыҡ юбилейына арналды. Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ғилми хеҙмәткәрҙәр, барыһы 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Конференция ҡунаҡтарының күбеһе республика район-ҡалаларынан йыйылған, улар өсөн был сара тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән айырыуса әһәмиәтле.
Конференция сиктәрендә ҡатнашыусылар башта төрлө темаларға доклад менән сығыш яһаны. Артабан эш секцияларҙа дауам итте. Улар Рафаил Аҙнағоловтың ғилми-методик һәм педагогик эшмәкәрлегенә, башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың сифатын күтәреү юлдарына арналды. Фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса уҡытыусылар өсөн методик күрһәтмәләр сығарыу күҙаллана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика