Кеше барлыҡҡа килеү серҙәренән алып авиация двигателдәренә тиклем 20.10.2014

Бөгөн  фәнни асыштар яһаған 8 йәш ғалим һәм 3 ғилми үҙәккә Рәсәй Президенты гранттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында инженерҙар ҙа, химиктар ҙа, генетиктар ҙа бар. Гранттың  күләме фән докторҙары өсөн 1 миллион, фән кандидаттары өсөн 600 мең һум. Ғилми мәктәптәр өсөн сумма түбәнерәк - 400 мең.

Ошо вакуумлы һауытта мөғжизәләр тыуҙырырға мөмкин. Уның эсендә металдан эшләнгән әйберҙәр төрлө элементтар менән байытыла. Мәҫәлән, һауытҡа самолет двигателенең өлөштәрен тығырға була, улар махсус ҡатнашма менән эшкәртелеп сыҡҡандан һуң тутҡа ла бирешмәй, һығылмалыраҡ та була. Мәңгелек материал яһауҙы Камил Рамаҙанов бер төркөм студенттар менән уйлап тапҡан. Был технология Рәсәй авиасәнәғәтендә ҙур һорау менән файҙалана һәм уның донъяла тиңе юҡ.
Камил Рамаҙанов, Өфө дәүләт авиация-техник университетының кафедра доценты: «Фән туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр талап итә, әле был технологияны камиллаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Башҡортостан предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, беҙ уйлап сығарған инструмент Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә ҡулланыла».
Йәш ғалим уңышлы тәжрибәнән һуң проектҡа патент алған, Камил Рамаҙановтың фәнни эше быйыл Рәсәй Президентының грантына ла лайыҡ булды. Асыштар бер көндә генә яһалмай, ҡайһы бер ғилми эҙләнеүҙәр биш һәм унан да күберәк йыл дауамында бара, грант аҡсаһы мөмкинлектәрҙе киңәйтә, ти ул. Уҡыу йорто етәкселеге әйтеүенсә, фәнгә, ғилми тикшеренеүҙәргә иғтибар биргәндә, шарттар тыуҙырғанда һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Бөгөн грантҡа лайыҡ булыусыларҙың күбеһе, йәғни 4 кешенең Өфө дәүләт авиация техник университетынан булыуы - ошо хәҡиҡәттең асыҡ миҫалы. Барлығы юғары баһаға 8 йәш ғалим һәм өс ғилми мәктәп етәкселәре лайыҡ булды. Грантҡа лайыҡ булыусылар араһында төрлө өлкә белгестәре бар. Медицина, генетика, химия һәм башҡалар. Мәҫәлән, йәш ғалим Баязит Юнысбаев күҙәнәктәр аша кешенең ниндәй милләттән, ҡайһы ҡатламдан килеп сығыуын өйрәнә. Минең фәнни асышым медик-биологик тикшеренеүҙәр өсөн нигеҙ булып тора, ти ул. Әле Башҡортостанда 900-ҙан ашыу фән докторы бар, был һанды меңдән арттырыу талап ителә, тип билдәләнде ултырышта. Сөнки әле Рәсәйҙә 10 мең кешегә 55 фән эшмәкәре тура килһә, Башҡортостанда был күрһәткес 2 ярым тапҡырға әҙерәк. Киләсәктә һәр уҡыу йортоноң кимәле ғилми эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнгән йәштәр иҫәбе буйынса баһаланасаҡ, тине мәғариф министры Әлфис Ғаязов. Грант ошо йүнәлештә алып барылған эшмәкәрлектең сағылышы һәм ул үҙ һөҙөмтәләрен бирергә тейеш.
Дмитрий Шаронов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Заманса технологияларҙы ситтән һатыу алыуҙы сикләргә һәм үҙҙебеҙҙең ғалимдар өсөн шарттар тыуҙырырға ваҡыт. Статистика буйынса, ғилми асыш яһаусыларҙың йәше 40-тан ашыу. Фәнгә йәштәрҙе йәлеп итергә, ҡыҙыҡһындырырға кәрәк, хәҙерге ваҡытта уларҙың мөмкинлектәре лә күберәк».
Әле илдә төрлө асыштарҙы финанслауҙың грант механизмы индерелә. Рәсәй фән фондының 2014-2016 йылдарға бюджеты - 50 миллиард һум. Был аҡса үҙенсәлекле ғилми эҙләнеүҙәргә, яңы асыштарға нигеҙ һалыр тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика