Көрсөккә ҡарамаҫтан республикала иҡтисади тотороҡлоҡ һаҡлана 16.09.2015

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Фәндәр акдемияһы иҡтисад институтының Урал бүлексәһе директоры Александр Татаркин араһында үткән осрашыуҙа һүҙ барҙы. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, күп кенә тармаҡтарҙа, атап әйткәндә, нефть эшкәртеү, күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү, йөк ташыуҙа күрһәткестәр кәмегән. Шуға ҡарамаҫтан дөйөм алғанда бюджеттың һалымдар менән тулыланыуы артҡан, етештереү индексы ла, инвестициялар ҙа үҫкән. Рөстәм Хәмитов киләсәктә лә бизнесҡа ярҙамлашыу сәйәсәте дауам ителәсәген белдерҙе.

Профессор Александр Татаркин үҙ сығышында заманса этапта  ҡулланыусылар кооперацияһын һәм маҡсатлы инвестиция сәйәсәтен,  шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡты, шул иҫәптән уны төбәк-ара кимәлдә үҫтереү төп бурыстарҙың береһе булыуын билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика