Күренекле ғалим, профессор, Башҡорт дәүләт университетының роман-герман факультеты деканы Рәхим Мерәҫов 75 йәшен билдәләй

Күренекле ғалим, профессор, Башҡорт дәүләт университетының роман-герман факультеты деканы Рәхим Мерәҫов 75 йәшен билдәләй 10.02.2015

Үҙ ғүмерен замандашыбыҙ лингвистика мәсьәләләренә, сит телдәрҙе өйрәнеүгә бағышлай. 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, монография, уҡыу ҡулланмалары авторы һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн 2006 йылда Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн икенсе дәрәжә ордены менән бүләкләнә. Бөгөн күркәм юбилейы менән уны коллегалары, уҡыусылары ҡотланы.

Рус әҙәбиәте классигы Антон Чехов әйтмешләй, «Күпме тел беләһең, шунса тапҡыр һин кеше». Әйтемде профессор Рәхим Мерәҫовҡа ҡулланғанда, ул кәмендә биш кешегә бәрәбәр.  23 йыл инде ул Башҡорт дәүләт университетында роман-герман филологияһы факультетын етәкләй, ғилми хеҙмәттәр өҫтөндә эшләй, лингвистика мәсьәләләрен өйрәнә. Факультет нигеҙендә диссертация советын булдыра. Бында 230 ашыу кандидатлыҡ һәм докторлыҡ эштәре яҡланған. Әлбиттә, тәү сиратта профессор  уҡытыусы булып ҡала. Уҡыусылары менән яҡындан аралашып йәшәй.
75 йыллыҡ юбилей. Фән кешеһе өсөн йәш бер ҙә күрһәткес түгел, был осраҡта яңы асыштар яһау, тикшеренеүҙәр башҡарыу теләге мөһим. Юбиляр әйтеүенсә, уның да әле тамамланмаған эштәре байтаҡ. Мәҫәлән, ул Башҡортостан студенттары һәм педагогтарының лингвистика өлкәһендә Рәсәй кимәлендәге гранттарҙы яулауын теләй. Бының өсөн конкурстарҙа ҡатнашырға, проекттар тәҡдим итергә кәрәк, ти профессор. Уның эшмәкәрлегенә коллегалары һоҡланып ҡарай.
Рәхим Мерәҫовтың иң күренекле ҡаҙаныштарының береһе - сит ил телдәрен өйрәнеү буйынса көслө мәктәп булдырыуылыр, моғайын. Башҡорт дәүләт университетының роман-герман факультеты юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләй. Уны тамамлаусылар башҡа төбәктәрҙә лә  ихтыяж менән файҙалана. Шул уҡ ваҡытта факультет камиллашыуын дауам итә. Яңы уҡыу миҙгеленән бында ҡытай теле буйынса тәржемәселәр әҙерләү башлана.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика