Изге ҡулдарҙан китап

Изге ҡулдарҙан китап 13.06.2015

Республикала Әҙәбиәт йылына арналған яңы акция старт алды. Унда  теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында күңелеңә ятҡан  йыйынтыҡты һатып алып берәйһенә бүләк итергә кәрәк. Акцияның төп маҡсаты халыҡ араһында китапҡа һөйөү уятыу.

Подъезд алдында,  паркта китап уҡып ултырған кешене осратыу бөгөн һирәк күренеш. Артур Бикәнов башҡорт, рус классикаһын ярата. Ваҡыты булғанда нәфис әҙәбиәтте, матбуғат баҫмаларын саф һауаға сығып та уҡый. Тиҫтерҙәремдең күбеһе үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте интернеттан ала. Был борсоуға һала, ти ул.
Ҡыҙғанысҡа, был проблема тотош донъя  буйынса күҙәтелә. Интернет селтәрендә күңелең теләгән китапты, мәғлүмәтте алырға мөмкин. Күптәре бушлай. Виртуаль киңлек ололарҙы ғына түгел, ололарҙы ла ҡыҙыҡһындыра. Ә яңы ғына баҫылып сыҡҡан китаптар кәштәләрҙә туҙанланып ята. Быйыл Әҙәбиәт йылы. Ә рухи байлыҡтың нигеҙе - китап. Шуға ла проблеманы  хәл итеү өсөн республикала яңы акция старт алды.
Акцияны рәсми рәүештә асып Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе  Әбүбәкировтар ғаиләһенә китап бүләк итте һәм эстафетаны Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Таңсулпан Бабичеваға тапшырҙы.
Акцияға шәхси эшҡыуарҙар, төрлө учреждениелар ҙа ҡушылыр тигән өмөттә уны ойоштороусылар. Бигерәк тә матбуғат баҫмаларын һатып ала алмағандар, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү  яҡшы башланғыс буласаҡ.
Акцияға мин дә ҡушылырға булдым. Бының өсөн Салауат Вахитовтың китабын һатып алып, уны үтеп барыусы ошо ҡыҙға бүләк итәм. Ә эстафетаны коллегам Азат Ғәлиуллинға тапшырам.
Һатып алынған китаптарҙы шулай уҡ балалар йорттарына, мәктәптәргә, интернаттарға, дауаханаларға, китапханаларға бүләк итергә мөмкин. Акция йыл аҙағына тиклем дауам итә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика