Иртәгә Уҡытыусылар көнө һөнәри байрамын билдәләй

Иртәгә  Уҡытыусылар көнө һөнәри байрамын билдәләй 04.10.2014

Ошо уңайҙан республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә педагогтарҙы тәбрикләү тантаналары уҙҙы.

Әбйәлил районында үткән сараға уҡытыусылар, ғүмерҙәрен ошо изге һөнәргә бағышлаған мәғариф ветерандары  йыйылды. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә,  уҡытыусылар балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары һала, яҡшы менән яманды айырырға өйрәтә. Төбәк бар яҡтан маһир уҡытыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.  Байрам уңайынан райондың  бер төркөм уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре  юғары наградалар менән бүләкләнде.
Тантана Михайловка, Күсем, Озерный мәктәптәре коллективы тарафынан әҙерләнгән сағыу тамаша менән тамамланды.  Дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар уҡытыусыларға яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн көс-ҡеүәт өҫтәне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку