«Интернатым - пар ҡанатым» 21.05.2016

Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар осрашты. Белем усағында төрлө йылдарҙа белем алып та, бер-береһенә яҡын туған булып ҡалған Ғариповсылар  баш ҡаланың «Аҡбуҙат» ипподромында уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашты.

Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы Фәүзәнә Аҡманова тулҡынланыуын йәшермәй. Оло уҡытыусының тәүге сығарылыш уҡыусылары менән беренсегә күрешеүе булмаһа ла, һәр осрашыу үҙе бер ғүмер. Ул тәүге ҡошсоҡтарын оло тормошҡа 50 йыл элек осора.
1966 йыл менән бөгөнгөнө  ярты быуат айыра. Белем усағы ҙур үҙгәрештәр кисергән. Интернатты танырлыҡ та түгел. Әммә йылдар үтһә лә тыуған мәктәп тупһаһы барыһы өсөн дә берҙәй ҡәҙерле булып ҡала.
Ә был иһә синыфташтарҙың 20 йылдан һуң осрашыуы. Гимназия-интернатты 1996 йылда тамамлаған уҡыусылар ҙа бала саҡ хәтирәләренә бирелде. Бер-береһен һағынып осрашҡан дуҫтар ҡәҙерле минуттарҙы фотоға төшөрөргә ашыҡты.
Гимназия-интернатты 1996 йылда 186 уҡыусы тамамлай. Бөгөн уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ урынын табып, уңышлы эшләп йөрөй. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән гимназистар, алыҫ-ара тип тормай, һәр осрашыуға килергә тырыша. Белем усағының әлеге тормошо, ундағы бай һәм йөкмәткеле музей эше менән танышҡандан һуң да улар хәтирәләрҙән арына алманы. Регина Сәфиуллина-Ишйәрова ла үҙе төшкән фотоларҙы күреп күңеле тулыуын йәшермәй. Замандашыбыҙ мәктәп йылдарында уҡыуҙа ғына түгел, спортта ла һынатмаған.
Ә был иһә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында төшөрөлгән 2011 йылдағы яҙма. Ул саҡтағы һуңғы ҡыңғырауға ла теүәл биш йыл ваҡыт үткән.
Нисә йыл үтһә лә синыфташтар бер-береһен яҡын күреп, һағынып осраша. Был аңлашыла. Уларҙың һәр береһенең күңеленә ғәзиз, бай тарихлы интернат тәрбиәһе нигеҙ һалған. Хыялдарына ҡанат ҡуйған. Ошо изге хистәр яҡынайта уларҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка
Салават Гузаиров
23.05.2016 17:40:03
выпускник 1996год 11е класс. Гимназия мне дала огромные знания которыми до сих пор я успешно пользуюсь и я очень благодарен всем воспитателям и учителям. И бонусом в гимназии я познакомился самой красивой девушкой на свете моей супругой Айгуль Гузаиров(Шакировой).

Возврат к списку


Яндекс.Метрика