Интернат һалған дуҫлыҡ 18.06.2016

Рәми Ғарипов исемендәге  башҡорт гимназия-интернатын  1986-сы йылда тамамлаусылар бөгөн осрашыуға йыйылды.  30 йылдан һуң күрешеү  шатлыҡлы тәьҫораттарға бай булды. Сығарылыш уҡыусылары   күңелле мәктәп йылдарын иҫкә алды,  белем тауҙарына  әйҙәгән уҡытыусылары менән осрашты.

Ҡосаҡлашыуҙар, күрешеүҙәр, илашыуҙар. Тарихи мәктәп-интернаттың диуарҙары бындай осрашыуҙарға даими шаһит була. Сығарылыш уҡыусылары   оло тормошҡа юл асҡан ғәзиз  мәктәбен онотмай. Сөнки был белем усағы  бер быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә меңдәрсә  бала өсөн икенсе тыуған йортҡа әйләнә.   Уҡыу йорто төплө белем дә, ныҡлы тәрбиә лә,  үҙаллы тормошҡа йүнәлеш тә  бирә.
Белем  усағының йөҙө йылдан-йыл үҙгәрә, күркәмләнә бара. Элек бер бүлмәлә 20-30 бала йәшәһә, хәҙер  шарттар өйҙөкөнә яҡынайтылған. Яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы,  заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыған кабинеттар асылған, уҡыу йортоноң бай үткәне менән музейҙа танышырға мөмкин. Мәктәп  данлы традицияларын онотмай, үҙ асылына тоғро ҡала.    
Ысынлап та  данлыҡлы  белем усағын Республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйгә билдәле күренекле шәхестәр тамамлай.  Уҡытыусылар әйтеүенсә, был  гимназия интернатта белем биреҙең тәрбиә эше менән уңышлы берләштерелеүенән һәм балаларҙы шәхес булараҡ формалаштырыуҙан килә.
Бөгөнгө осрашыу ҙа  уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә рәхмәт һүҙҙәренә, йылы хәтирәләргә бай булды. Сығарылыш уҡыусылары   билдәләүенсә, интернат һалған дуҫлыҡ өҙөлмәй,  йылдан-йыл нығына ғына бара. Сөнки  улар әле булһа ла үҙҙәрен бер ғаилә итеп тоя һәм оло тормошҡа ла  ныҡлы нигеҙ ҙә тап ошо уҡыу йортонда һалынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика