Инглизсә каникулдар

Инглизсә каникулдар 08.06.2015

Ун бер йыл дауамында Америка-башҡорт интерколледжы Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында йәйге лагерь ойоштора.  Өс аҙна эсендә уҡыусылар сит телде ҡыҙыҡлы уйындар, төрлө күнекмәләр, ҡул эштәре ярҙамында үҙләштерә.

Уҡыусылар сит ил ҡунаҡтарын - буласаҡ уҡытыусыларын күңелле йырҙар, халыҡ бейеүҙәре менән ҡаршылай. Инглиз телен өйрәнеү программаһын Америка-башҡорт интерколледжы әҙерләгән. Уның буйынса баш ҡала уҡыусылары 2004 йылдан алып белемен камиллаштыра. Быйыл был бәхеткә 42 үҫмер лайыҡ булған.
13-16 йәшлек үҫмерҙәр: «Бындағы дәрестәр мәктәптекенән күпкә айырыла», ти. Инглиз теле китап ярҙамында түгел, ә эш һәм күнекмәләр аша үҙләштерелә. Әйтәйек, ҡул эштәре ярҙамында ҡылымдар тиҙ ятлана. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәргә бында белем алыуы еңелдән түгел.
Дәрестәрҙә төп шарт - инглиз телендә генә аралашыу. Сит ил йырҙарын башҡарыу, спорт уйындарында ҡатнашыу, интернет программаларын үҙләштереү - быларҙың барыһы ла уҡыусыларҙың практик яҡтан белемен камиллаштыра. Дәрестәрҙе Рәсәйҙең күрше төбәктәренән, Американан килгән уҡытыусылар алып бара.
Өфөгә килгән ҡунаҡтар ҙа башҡорт, рус телдәрен ҙур теләк менән өйрәнә, республиканың тарихи урындары менән таныша. Уҡыусылар ҙа уларға ярҙам итә. Лагерға йөрөгән малай-ҡыҙҙарҙың күбеһе киләсәктә Америкаға барып ҡайтырға ниәтләй, шуға бында сит ил мәҙәниәте, тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа бар.
Лагерҙа үҫмерҙәр оялмаҫҡа, һорауҙарға ҡурҡмай ғына инглиз телендә яуап ҡайтарырға өйрәнә. Бигерәк тә, драма дәресе күңелле үтә икән. Унда малай-ҡыҙҙар төрлө спектаклдәр әҙерләй, тауыш, интоннация өҫтөндә эшләй.
Көнөнә алты дәрес ҡаралған.  Уларҙың һәр береһе 35-әр минут дауам итә. Ял үҙәгендә үҫмерҙәргә иртәнге һәм төшкө аш та ойошторолған.
Дәрестәр тамамланғас уҡыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлаша ала, бының өсөн кәйеф картаһы булдырылған. Күреүегеҙсә, барыһына ла инглиз телен өйрәнеү оҡшай. Күптәр «Бәхетлемен» тигән яҙыу ҡалдырған. Ысынлап та, малай-ҡыҙҙар ваҡыттарын бушҡа үткәрмәй, күңелле ял да итә, яңы белем дә ала.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика