Илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр 07.10.2014

Өфө ҡала хакимиәте башлығы премияһын тапшырыу тантанаһына йыйылған шәхестәрҙе тап шулай атарға була. Бөгөн төрлө һөнәр эйәләренә Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм туған телде үҫтереүгә, пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн ҡала хакимиәте башлығы премияһы тапшырылды.

40-сы балалар баҡсаһы Фәйзи Ғәскәровтың данлыҡлы «Ете ҡыҙ»ын өйрәнгән. Был бейеү кескәйҙәр өсөн генә түгел, билдәле колллективтар өсөн дә камиллыҡ һәм оҫталыҡ күрһәткесе һанала. Әммә бәләкәстәр тырыша, улар өсөн махсус костюмдар ҙа тектерелгән. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында кескәйҙәр туған телендә аралашыу, милли бейеүҙәрҙе башҡарыу мөмкинлегенә эйә. Барыһы ла баҡса мөдире тырышлығы менән. Тап 12 йыл элек Наилә Мөхәмәтйәр ҡыҙы тырышлығы менән балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре асылған.

Туған телгә тоғролоғо өсөн Наилә Вәлиева Өфө ҡала хакимиәте башлығы премияһы менән бүләкләнде. Тантанаға йыйылған һәр кем Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм туған телде үҫтереүгә, уны пропагандалауға тос өлөш индергән. Улар араһында шағирә, журналист, «Йәншишмә» гәзитенең бүлек мөдире Зөһрә Ҡотлогилдина ла бар. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе әҙибә тиҫтә йылдан ашыу шиғырҙары менән ҡыуандыра, матурлыҡҡа өндәй.

Ҡала хакимиәте башлығы премияһына 8 йыл эсендә 149 кеше, 9 ижади төркөм лайыҡ булған. Быйыл бүләкләнеүселәр сафына йәнә егерме кеше өҫтәлде. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре, уҡытыусы, йырсы, фән эшмәкәрҙәре бар. Кәбир Закирйәнов 62 йыл ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә, фәнде үҫтереүгә арнаған. Туған телемдә һөйләшәм, ә рус теле миңә ғилем донъяһына юл асты, тип билдәләне ул сығышында. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан юлдаш телеканалы хеҙмәткәре, журналист Рәшиҙә Мәһәҙиева ла бар. Тамашасыларға «Көндәлек» тапшырыуы аша яҡшы таныш авторға премия үҙенсәлекле проекты өсөн тапшырылды.

Өфө ҡалаһы йәмәғәтселегенең алдынғы ҡарашлы шәхестәрен бүләкләү тантанаһы йыр-моң менән үрелеп барҙы. Тантана һуңында бүләкләнеүселәр иҫтәлеккә фотоға төштө. Яңы награда һәр йөрәккә көс һәм дәрт, киләсәккә юғары маҡсаттарға ирешергә теләк уятты.

Л.Тунасова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика