Иглин уҡыусылары юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтеренә төшөрҙө

Иглин уҡыусылары юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтеренә төшөрҙө 31.10.2016

Асыҡ дәрестә полиция хеҙмәткәрҙәре, психологтар һәм табиптар ҡатнашты. Тәүге тапҡыр тематик дәрес бөтөнләй яңы форматта, краш-курс рәүешендә үтте. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт биреүҙе аңлата. Бындай курс ваҡытында тыңлаусы эмоциональ көсөргәнеш кисерә, тап ошо рәүешле бирелгән һабаҡ кеше хәтеренә нығыраҡ һеңергә тейеш.

Иглиндың 2-се мәктәбе өлкән синыф уҡыусылары өсөн краш-курс уларға авариялар теркәлгән видеояҙмалар күрһәтеүҙән башланды. Балалар юлда алабарман ҡыланыуҙың  нисек тамамланғанын йәнә иҫенә төшөрҙө.
Бөгөн ошондай краш-курстар тәрбиәүи маҡсатта илдең төрлө төбәктәрендә уңышлы ҡулланыла. Артабан асыҡ дәрес әңгәмә формаһында барҙы. Уҡыусылар районда иң йыш осраған ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында ла ишетте. Уларға шулай уҡ аварияларҙа теркәлгән йәрәхәттәр тураһында ла мәғлүмәт бирелде. Йәш ҡатнашыусылар дәресте һөҙөмтәле тип тапты.  
Ангелина Веревочникова, Иглиндың 2-се мәктәбе уҡыусыһы: «Дәрес бик фәһемле һәм шул уҡ ваҡытта борсолоулы ла булды. Балаларҙың үҙ ғүмерҙәрен хәүефкә дусар итеүҙәрен күреү ҡыйынға тура килде. Шуны аңланым, һәр ваҡыт һаҡ булырға  һәм бер ваҡытта ла ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа кәрәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика