Иглин районының Охлебинин ауылында ата-әсәләр балаларын мәктәпкә ебәрергә ҡурҡа

Иглин районының Охлебинин ауылында ата-әсәләр балаларын мәктәпкә ебәрергә ҡурҡа 17.08.2016

Быға белем усағының  емерек хәлдә булыуы сәбәпсе. Ата-әсәләр әйтеүенсә, 80 йыл элек төҙөлгән бинала йөрөү хәүеф тыуҙыра.

Мәктәптә тарих кабинетын урап үтер  гә тырышалар. Иҙән емерелеп бара, түбәнән штукатурка ҡойола. Ата-әсәләр балаларҙың һаулығы өсөн дә борсола, ҡыш көнө улар дәрестә куртка кейеп  ултырырға мәжбүр.

Мәктәптең бындай хәлдә булыуына Ксения Петрова ла борсола. Быйыл уның икенсе  балаһы беренсе класҡа килә. Хәүефләнергә урын бар. Йылдан-йыл ата-әсәләр йыйылып эшләгән ремонттан әллә ни файҙа ла юҡ, ти улар.

1939 йылда төҙөлгән мәктәп күптән төҙөкләндереү талап иткән. Ямғырлы көндәрҙә түшәмдән һыу ағып тора. Евгения Кислицина бинаның төҙөк саҡтарын да хәтерләй, ул ваҡытта бында бар уңайлыҡтар була.  

Бер нисә йыл элек ауыл халҡына яңы мәктәпкә нигеҙ һалына башлауы өмөт бирә. Тик нигеҙ ҡоролоуҙан артыҡ эш алып барылмай. Иглин районы хакимиәтенә борсолған ата-әсәләр бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Тик һәр ваҡыт мәктәп авария хәлендә түгел, тигән яуап килеп тора.  

Капиталь ремонт өсөн белем усағына бер миллион һум аҡса бүленгән. Район хакимиәте вәкилдәре, ремонт эштәренән һуң, хәл көйләнәсәк, тип ышандыра.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика