Иҙел башы уҡыусылары яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә ҡаршылаясаҡ 17.06.2014

Белорет ҡалаһында 1-се мәктәпте төҙөкләндереү тамамланып килә.

Белорет ҡалаһында 1-се мәктәпте төҙөкләндереү тамамланып килә.

Белем усағы уҙған быуаттың 30-сы йылдарында уҡ сафҡа индерелгән. Ваҡытында ҡаланың иң абруйлы уҡыу йорттарының береһе исемлегендә була. Әммә оҙаҡ йылдар яңыртылмағанлыҡтан, мәктәп бинаһы заман талаптарына яуап бирмәй башлаған. Республика адреслы ярҙам программаһына инеү белем усағын яңыртыу форсатын бирҙе. Иҫке бина төҙөкләндерелеү менән бер рәттән, бында яңыһы ла күтәрелде. Унда спорт комплексы һәм бассейн урынлашасаҡ. Урындағы хакимиәттән билдәләүҙәренсә, яңы уҡыу йылына 1-се мәктәп сафҡа инергә тейеш. Эле бында эске биҙәкләү эштәре башҡарыла. Төҙөүселәр уларҙы тиҙ арала сифатлы итеп башҡарып сығырға вәғәҙәләй.


Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика