Өфө районының Шамонин ауылында тағы бер мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһы асылды

Өфө районының Шамонин ауылында тағы бер мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһы асылды 19.01.2015

Ул «Аҡбуҙат» исемен йөрөтәсәк. Бында тәрбиә эше башлыса башҡорт телендә алып барыласаҡ.

Ике ҡатлы бина барыһын да ҡабул итергә әҙер. «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһын асыу тантанаһында ҡыҙыл таҫманы ҡырҡҡас, кескәйҙәр, ата-әсәйҙәр, килгән ҡунаҡтар өсөн учреждение буйлап экскурсия, шулай уҡ тамаша залында бай йөкмәткеле концерт программаһы ойошторолдо. Бында йөрөйәсәк ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа ҡыуанысын йәшермәне - сараға улар шиғыр әҙерләп килгәйне.
Шамонин ауылында йәшәүселәрҙең күбеһе Өфөгә йөрөп эшләй. Йәш әсә Миләүшә Мирхәйҙәрова ла улар рәтенән. Йорт янында асылған балалар баҡсаһын ҡыҙым Нәркәс тә түҙемһеҙләнеп көтөп алды, ти ул.
Кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән бина заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында айырым физкультура, музыка залдары, уйын, йоҡо бүлмәләре бар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ваҡытын уйнап ҡына түгел, дәрестәрҙә, төрлө түңәрәктәрҙә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алып та үткәрәсәк. Әйткәндәй, балалар баҡсаһында барлығы һигеҙ төркөм асылған, уларҙың яртыһында тәрбиә эше башҡорт телендә алып барыласаҡ.
Сабыйҙар ауылдың киләсәген билдәләй. Кескәй Аида тантанаға әсәһе, бер туған апаһы, ағаһы менән бергә килгән. Ниһайәт, ул да балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡ.
4400 квадрат метр майҙанда урынлашҡан социаль объект эстән генә  түгел, тышҡы яҡтан да зауыҡлығы, сағыу биҙәлеше менән айырылып тора. Бында кескәйҙәрҙең ялдары күңелле үтһен өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Шулай уҡ учреждение биләмәһендә алты видео күҙәтеү камераһы эшләй.
Балалар баҡсаһы 2013 йылда төҙөлә башлай һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырыла. Әлбиттә, ауыл халҡы өсөн был ҡыуаныслы ваҡиға. Ни тиһәң дә, урында сират мәсьәләһе тулыһынса хәл ителгән. Шулай уҡ 46 яңы эш урыны булдырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика