Өфө районының Геофизиктар ауылында яңы балалар баҡсаһы бер ай элек асылған 13.10.2015

48 балаға иҫәпләнгән мәктәпкәсә учреждение заман талаптарына яуап бирә. Сағыу уйын майҙансыҡтары, йылы һәм яҡты бүлмәләрҙә Өфө һәм Киров районында йәшәүсе балалар һынлы сәнғәткә, спорт уйындарына ылыҡтырыла.

Беҙҙең балалар өс ҡатлы карауаттарҙа йоҡлай. Улар балалар йоҡоһон туйҙырғас, ошолай итеп йыйып ҡуйыла.
Геофизиктар ауылында  заманса балалар баҡсаһы асылыуын өс йыл дауамында көткәндәр. Өфө эргәһендәге ауылдарҙа йәшәүсе бәләкәс балалар үҫтереүсе ата-әсәләрҙең шатлығының сиге юҡ. Ауылда мәктәпкәсә учтеждение сафҡа инеүе балалар баҡсаһына оҙайлы сиратта тороусылар һанын кәметә, ата-әсәләр балаларын Өфөлә урынлашҡан балалар баҡсаһына түгел, ә үҙҙәре йәшәгән ауылға яҡын ергә йөрөтөү мөмкинлегенә эйә.
Рәмил Хәкимов, геофизиктар ауылында йәшәүсе: «Балалар баҡсаһы бик оҡшай. Ул сентябрҙә асылды. Өс йыл көттөк. Иҫке садик урынына яңыһын төҙөнөләр».
Балалар баҡсаһы үҙгәртеп төҙөлөү менән уның исеме лә үҙгәрә. «Алтын асҡыс»ҡа йөрөүсе балалар һүрәт төшөрөүҙә, апликациялар эшләүҙә әүҙем ҡатнаша. Уларҙы төрлө һөнәргә  үҙ эшененең оҫталары өйрәтә. «Алтын асҡыс» балалар баҡсаһына йөрөүселәр спорт уйындарында ла әүҙемлек күрһәтә. Сәмле ярыштар аша  балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләнелә.
«Алтын асҡыс» балалар баҡсаһы Өфө районының Чесноковка ауылында эшләүсе «Ҡайынҡай»ҙың филиалы булараҡ эшләй. Ҡала эргәһендә бөтә уңайлыҡтары булған заманса балалар баҡсаһы сағыу биҙәкле  бәүелсәктәре,   төҙөк ихатаһы менән әллә ҡайҙан иғтибарҙы тартып, үҙенә саҡырып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика