Фән өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар 17.06.2015

Башҡортостандың алты йәш ғалимы Рәсәй Президенты грантын яуланы. Мәртәбәле бәйгенең һайлап алыу турын үткән фән кандидаттары, докторҙары фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн ике йыл дауамында матди яҡтан ярҙам аласаҡ. «Йәмәғәт һәм гуманитар фәндәр» йүнәлеше буйынса грант коллегабыҙ, Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы ассистенты Искәндәр Сәйетбатталовҡа эләккән. «Ғәли Соҡоройҙың тел үҙенсәлектәре һәм 19 быуатта башҡорт мәҙәниәте» проекты менән сығыш яһаған йәш ғалим.

Искәндәр Сәйетбатталов 2011 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағас, иҫке төрки телле ҡулъяҙма әҫәрҙәр менән ҡыҙыҡһына башлай. Ниһайәт, 19-сы быуат әҙәбиәтен, бигерәк тә шағир, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң ҡулъяҙмаларын ғилми яҡтан тикшереү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Яңыраҡ йәш ғалим Рәсәй Президенты Грантына лайыҡ була. Ғәли Соҡорой ғәҙәти ғәрәп, фарсы телдәре алымдарын яҡшы белгән, әҫәрҙәрендә ғәзәл, мәҫнәүи кеүек формаларҙы оҫта ҡулланған.  Был тексттарҙы лингвистика, компьютер филологияһы тарафынан өйрәнеү тел белгестәре өсөн ҡулай буласаҡ, ти Искәндәр Сәйетбатталов.
Был башланғыс, тәү сиратта, иҫке төрки телендәге башҡорт әҙәбиәтен беренсегә заманса технологиялар ярҙамында өйрәнеү миҫалы булыр тип көтөлә. Әлегә ҡулъяҙамлағы текстарҙы һанлы форматҡа күсереү бурысы тора. Был эш бик еңелдән түгел, сөнки иҫке төрки телен компьютер программалары таный алмай.
Йәш ғалимдың фундаменталь тикшеренеү эше ике йылға иҫәпләнгән. Дәүләт ярҙамы, йәғни грант күләме йылына 600 мең һум тәшкил итә. Әлегә күләмле проект өҫтөндө дүрт кеше эшләй. Уларҙың ҙур хеҙмәте ярҙамында киләсәктә шағир, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тулы әҫәрҙәр йыйынтығы сығыуы ла мөмкин.
24 йәшендә үк филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә ирешкән Искәндәр Сәйетбатталов - утыҙға яҡын ғилми хеҙмәт авторы - ижад менән дә бергә атлай. Барыһы ла уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тарихи, мәҙәни тапшырыуҙар авторы, алып барыусыһы, мөхәррир тип белә.  Йәш ғалим билдәләүенсә, «Үҙеңә күпме эш алһаң да, өлгөрөп була. Тырышлыҡ ҡына кәрәк!»
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика