Өфөнөң Ленин районында урынлашҡан 1-се мәктәптең тарихи өлөшөн һүтеү башланды 14.06.2017

Ете тиҫтә йыл самаһы элек төҙөлгән бина белгестәр тарафынан авария хәлендә тип таныла һәм оҙаҡ йылдар дауамында буш тора. Йәш быуынды хәстәрләп, киләсәктә был урында заманса белем усағы ҡалҡып сығасаҡ. Шулай уҡ етмешенсе йылдарҙа сафҡа ингән биш ҡатлы бина ла яңы һулыш алыр тип көтөлә.  

Бына ул Өфө үҙәгендә урынлашасаҡ белем усағы. Күркәм бинаны әлегә һүрәттә генә күрергә мөмкин. Әммә төҙөүселәр уны 2018-се йылға сафҡа индерергә ниәтләй. Күләмле эштәр республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында финанслана. Әле төҙөүселәр иҫке бинаны һүтеү һәм яңыһының нигеҙен күтәреү менән мәшғүл.
Һүтелә башлаған бина уҙған быуат урталарында сафҡа ингән. 2009-сы йылда белгестәр иҫке мәктәпте файҙаланыуға яраҡһыҙ тип таныған. Тәү сиратта балаларҙың хәүефһеҙлеген иҫәпкә алып башланғыс синыфтар күршеләге бинаға күсерелгән. Өлкәндәр менән бер сменала уҡыу бәләкәстәргә өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙырған.  
Киләһе йыл файҙаланыуҙа тапшырыласаҡ мәктәптә 775 бала уҡыясаҡ. Улар өсөн заманса уҡыу бүлмәләре, 300 урынлыҡ ашхана, ике спорт залы һәм башҡа күп төрлө уңайлыҡтар ҡаралған.
1-се мәктәп үҙенең уҡыусылары менән дә ғорурлана. Ваҡытында ошо белем усағын билдәле рок йырсыһы Юрий Шевчук тамамлаған. Яңы башланған төҙөкләндереү эштәре бер йылдан ашыуыраҡ дауам итәсәк. Ремонт осоронда балалар һәм уҡытыусылар 2-се башҡорт лицейына йөрөйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика