Өфөнөң 115-се гимназияһында ҡабаттан берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу үтте 10.07.2014

Күберәк балл йыйырға, йәки икенсе тапҡыр юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр һаны 200-ҙән ашты.

Улар араһында яңыраҡ Украинанан күсеп килгән Дмитрий Кадыгроб та бар. Егет 9-класты тамамлаған, ғаилә Украинала ҡалған яҡындары ғүмере өсөн борсолғанға, интервью биреүҙән баш тартты. Ҡабаттан тапшырылған имтиханда ла ҡаты тәртип, һәр кем металл эҙләгесе аша үтә. Кабинеттарҙа видеокүҙәтеү ойошторолған. Математиканан имтиханды тағы ла 16 июлдә тапшырырға була, ти комиссия ағзалары.
Жанна Миникеева, Башҡортостан мәғариф министрлығының дәүләт аттестацияһы бүлеге баш белгесе: «16 июль бөтә предметтар буйынса ла имтихан тапшырыу көнө, тип тәғәйенләнгән. Тик мәктәпте алдағы йылдарҙа тамамлағандар, етерлек балл йыймаһа ла, имтиханды киренән тапшыра алмаясаҡ. Бөгөн улар өсөн ошо йылдың һуңғы мөмкинлеге».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика