Өфөлә йыһангирҙәр тәрбиәләнәсәк

Өфөлә  йыһангирҙәр тәрбиәләнәсәк 08.04.2016

Бөгөн баш ҡалала уҡыусыларҙың техник белемен арттырыуға йүнәлтелгән Гагарин үҙәге  асылды. Ул кешенең йыһанға осоуына 55 йыл тулыуға арнала.  Үҙәкте булдырыу - Рәсәй космонавтары идеяһы.  Уҡыу үҙәгенең төп маҡсаты - техник белемле йәштәр үҫтереү.

Икенсе синыф уҡыусыһының физика буйынса белеме шаҡ ҡатырмаһа ла аптыратып ҡуя. Үҙәктә тап ошондай һәләтле балалар тәрбиәләү маҡсаты ҡуйылған. Техник белемгә ҡыҙыҡһыныуҙы бәләкәйҙән  үҫтерергә  кәрәк, сөнки был -заман талабы.      
Георгий Нуриәхмәтов, уҡыусы «Мин летчик булырға хыялланам. Сөни күктә иркен, рәхәт. Өс йәшемдән бирле һауаға алты тапҡыр күтәрелдем. Пассажир рәүешендә, әлбиттә. Санкт-Петербургҡа, Төркиәгә барҙыҡ».
Балалар инженер һәм  ай ти технологиялар, робот техникаһы түңәрәктәрендә шөғөлләнәсәк, математиканы төптән өйрәнәсәк. Уҡыусылар объекттың һанлы һүрәтләмәһенән алып уның етештерелгән продуктын алғансы күҙәтә ала.
Олимпиадаларға әҙерләү, аэрокосмик белем биреү. Шулай уҡ техник конференциялар үткәреү, йәйге ай ти лагерҙар  ойоштороу ҙа  күҙаллана.
Үҙәкте ойоштороу йыһангирҙар идеяһы. Уны асыу тантанаһында   Рәсәй космонавтар федерацияһы президенты һәм космонавтар - ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Владимир Ковалёнок менән Рәсәй геройы  Сергей Ревин да ҡатнашты.
Сергей Ревин, космонавт: «Беҙҙең космонавтар үҙәккә  килеп дәрестәр алып барасаҡ. Бәлки,  бында шөғөлләнеүселәр араһында космонавтар сафына алырлыҡ йәштәр булыр. Бергә хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Йыһанға осоуға килгәндә Айҙы өйрәнеү мөһим булып ҡала килә. Ергә яҡыныраҡ планеталар ҙа йәш космонавтарҙы көтә».
Үҙәктә балалар аҙнаһына ике тапҡыр шөғөлләнә. Уҡыу түләүле. Бер айға   2700 һум. Әлегә баш ҡала мәктәптәренән уҡыусылар йыйыла. Республика төбәктәренән килеп уҡырға теләүселәр булһа,  каникул ваҡытында ла дәрестәр ойошторола.  10-12 апрелдә үҙәктә асыҡ ишектәр көнө үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика