Өфөлә шәхси балалар баҡсаһында ун бер айлыҡ ҡыҙҙың аяғы һынған 25.10.2016

Күңелһеҙ хәл 30 сентябрҙә була. Әсә бәпесен сит кешегә, баҡсаға өйрәнһен өсөн  бер нисә сәғәткә генә  ҡалдырып торған. Тик шул арала сабый имгәнеп өлгөргән.

Ҡыҙын балалар баҡсаһына  биреү уның сәләмәтлегенә зыян килтерер тип Ирина башына ла килтермәгән. Шәхси балалар баҡсаһына барыуҙың иртәгәһенә үк Софья үҙен насар тоя башлай. Әсә уны  табиптарға күрһәтә һәм рентген эшләгәндән һуң сабыйҙың аяғы ике урындан һынған булыуы асыҡлана. Гипс һалалар әммә ул ауыр, туҡтауһыҙ шылып төшкәс  Ирина  уны кире алдырып, түләүле булһа ла сифатлырағын һайлай.    
Ирина Сәрүәрова, Софьяның әсәһе: «Балалар баҡсаһында ҡатын яңғыҙ эшләй. Ул ошо хәлдән һуң Софьяны  ҡалдырығыҙ, бер ай бушлай йөрөтөрһөгөҙ тип тәҡдим итте. Әммә сәләмәт сабыйҙы тәрбиәләй алмаған кешегә нисек сирле баланы ышанып тапшырырға мөмкин... Гипс өсөн аҡса һорағайным, ярты хаҡын ғына бирҙе, ул бит һеҙҙең балағыҙ, үҙегеҙ дауалағыҙ, тине».
Быға тиклем һин дә мин йөрөгән ҡыҙ төндәрен насар йоҡлай. Әле ул һөйләшмәй. Һыҙланыуы хаҡында әйтә алмай, әсәһе белдереүенсә, йыш илай, көйһөҙләнә. Аяғы нисек һәм ниндәй шарттарҙа һыныуы ҡараңғы... Сөнки балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе үҙ ғәйебен танырға ашыҡмай.
Йәш әсә  кескәйҙәрҙе  ун бер айлыҡ сағынан уҡ ҡабул итеүсе балалар баҡсаһына  подъезд ишегендәге иғланды күреп  мөрәжәғәт иткән.  
Сабый менән булған хәлдән һуң  балалар баҡсаһында ҡолас йәйеп ҡаршы алыусы юҡ. Етенсе ҡатҡа күтәреләбеҙ. Ишек шаҡыуға яуап бирмәнеләр. Тәрбиәсенең телефонына шылтыратыу ҙа яуапһыҙ ҡалды.  
Валерий Шәрипов, юрист: «Әгәр тәрбиәсенең балаға  һәм эшенә ҡарата иғтибарһыҙлығы асыҡлана икән прокуратураға мөрәжәғәт итергә мөмкин.  Бындай осраҡта ғәҙәттә, учреждениеға тикшереү һәм һорау алыу үткәрелә. Дауалау һәм әхләҡи зыян өсөн суд ҡарары нигеҙендә  компенсация түләнергә тейеш».
Закон буйынса мәктәпкәсә учреждениеларҙа кескәйҙәр йәш ярымдан ғына ҡабул ителә. Төркөмдәр  ғәҙәттә, сентябрь айында туплана. Төрлө сәбәптәр арҡаһында дәүләт балалар баҡсаһына  эләгә алмаған ғаиләләр  юғары хаҡ түләп булһа ла шәхси балалар баҡсаһы ишеген асырға мәжбүр. Тик бына ундай ойошмаларҙа эшләүсе тәрбиәселәрҙең үҙ эшенә яуаплы ҡарауы һорау тыуҙыра. Хәйер, бер ҡалаҡ дегет бер мискә балды боҙа. Балаһының сәләмәтлегенә зыян килтергән шәхси балалар баҡсаһын әсә судҡа бирмәксе. Өс баланы яңғыҙы тәрбиәләгән ҡатын  әле имсәктән дә айырылмаған ун бер айлыҡ сабыйын ҡалдырып  эшкә сығырға ниәтләнгән булған. Тик әлегә уға  балаһының хоҡуғын яҡлап төрлө инстанцияларға йөрөргә тура килә. Шуныһы ла бар, балалар баҡсаһына ҡыҙын биреүе тураһында ул бер ниндәй ҙә килешеү төҙөп өлгөрмәгән.  Ә Софья яңы алған аяҡ кейемдәрен уйынсыҡ урынына уйнатырға мәжбүр, сөнки гипста килеш  был матур итектәрҙе кейеп йөрөп булмай.      
  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика