Өфөлә өсөнсө тапҡыр ойошторолған фән фестивалендә республиканың барлыҡ уҡыу йорттары ла әүҙемлек күрһәтте

Өфөлә өсөнсө тапҡыр ойошторолған фән фестивалендә республиканың барлыҡ уҡыу йорттары ла әүҙемлек күрһәтте 29.09.2015

Айырыуса, техник юғары уҡыу йорттарында эшләүсе майҙансыҡтар көсәйтелде. Форум йәш ғалимдарҙы үҫтереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу сараһы булараҡ та мөһим урын алып тора.

Фән байрамында Өфө авиация техник университетында ойошторолған саралар  киң популярлыҡ яулай. Форумда юғары уҡыу йортона әҙерләүсе 14 фәнни-тикшеренеү майҙансығы эшләй.  Фестиваль  барышында был майҙансыҡтар эшмәкәрлеге  менән 5 меңдән ашыу кеше таныша. Әйткәндәй, Өфө авиация техник университеты асыҡ ишектәр һәм лабораториялар форматында эшләп йәштәрҙе фәнгә яҡынайтыу тәжрибәһенә эйә. Фән фестивале сиктәрендә техниканы үҙ итеүселәр Өфө аэропортында эшләүсе авиация музейы һәм юғары уҡыу йортоноң авиация двигателдәре музейына ла тамаша ҡылды.
Руслан Шәймөхәмәтов, Башҡортостандың фәнде яҡлау һәм үҫтереү фонды башҡарма директоры: «Был фестиваль үҙ маҡсатына иреште. Техника менән ҡыҙыҡһыныусылар самолет моделдәрен өс-д форматында йыйып ҡарай алыу бәхетенә иреште, йома көндө мәктәп уҡыусылары, шәмбелә техникаға әүәҫ бәләкәй балаларға ата-әсәләре менән берлектә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо».
Фән фестивале баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары араһында киң популярлыҡ яулай. Фән байрамына төрлө төбәктәрҙән ике меңдән ашыу кеше килә, ҡунаҡханаларҙа йәшәүселәр һаны арта. 5 миллион ярымдан ашыу бюджетҡа ҡоролған фестивалдә 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Йәштәр алдында  инглиз телендә донъя кимәлендә билдәле ғалимдар сығыш яһаған.
Венер Солтанғолов, Башҡортостан фәндәр академияһы президентының иҡтисад һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары: «Фән байрамында әүҙемлек күрһәтеүсе музейҙарға һәм Ботаника баҡсаһына рәхмәтлебеҙ. Уларҙың фәнни эшмәкәрлеге йәштәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты».
Башҡалабыҙҙың төньяҡ өлөшөн фәнни-техник нигеҙҙә үҫтереү йәһәтенән Өфө нефть-техник университеты мөһим урын алып тора. Киләсәктә ҡаланың был өлөшөндәге  юғары уҡыу йорто менән тығыҙ бәйләнештә эшләүсе политехник мәктәптәр артасаҡ. Әйткәндәй, Өфө нефть-техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин республикаға техник кадрҙар әҙерләү кимәлен үҫтереүҙә бындай фән фестивалдәре ыңғай йоғонто яһай тип белдерҙе
Өфөлә ойошторолған фән фестивале балалар һәм үҫмерҙәрҙең техникаға ылығыуын арттырҙы, фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятты. Фән байрамының ҡаҙанышы - Өфөлә бер нисә  майҙанда технологик полис төҙөләсәк. Улар үҙ сиратында университет комплекстарын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика