Өфөләр тәүге тапҡыр ойошторолған Бөтә Рәсәй география диктантын яҙып, Тыуған ил хаҡында белем кимәлен тикшерҙе 02.11.2015

25 һорауға яуап биреү өсөн 45 минут ваҡыт  бүленде. Телефон менән ҡулланыу ҡәтғи тыйылды, ә бына атлас, карта алып килергә мөмкин ине.  

Диктанттың географияһы ла киң булды: илдең иң ҙур вулканын атауҙан башлап билдәле ғалимдарҙың яҙмаларында һүрәтләнгән урындарҙы асыҡлау. Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Башҡорт дәүләт университетында ойошторолған майҙансыҡҡа ғына  400-гә яҡын кеше килгәйне. Яҙма эш һөҙөмтәләре 10 декабрҙән һуң билдәле була.
Башҡорт дәүләт университетының география факультеты деканы Азамат Ниғмәтуллин билдәләүенсә, тәү ҡарауға тикшереүгә тапшырылған эштәр уртаса яҙылған. Бигерәк тә объект исемдәрен, терминдарҙы асыҡлауҙа хаталаныусылар бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика