Өфөлә мәғариф учреждениелары төҙөлә

Өфөлә мәғариф учреждениелары төҙөлә 09.06.2016

Инорста 1650, Колгуев биҫтәһендә 550 балаға иҫәпләнгән мәктәп һәм Сипайловолағы  230 урынлыҡ балалар баҡсаһы  инвесторҙар аҡсаһына  төҙөлә. Өфөнөң Октябрь районынына ҡараған Нуғай ҡасабаһында ла йыл аҙағына яңы белем усағы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Өфөнөң ҡайһы ғына нөктәһен алма: һәр береһендә тиерлек мәғариф учреждениелары төҙөлөшө бара. Беҙҙең телеканал күптән түгел  Дим  һәм Колгуев биҫтәләрендә бөтә уңайлыҡтары булған заманса мәктәп төҙөлөшө барышын яҡтыртҡайны. Нуғай ауылындағы белем усағы үткән быуаттың етмешенсе йылдарында төҙөлгән. Ҡырҡ биш йыл элек төҙөлгән бинала  443 балаға  ике сменала белем бирелгән..Яңыһы 825 уҡыусыға иҫәпләнеп, бер сменала эшләү мөмкинлеге бирәсәк.
Өфөгә яҡын урынлашҡан ауылда халыҡ йәш ғаиләләр иҫәбенә арта. 5730 -ҙан ашыу кеше йәшәгән ҡасаба балалар баҡсаһы һәм  мәктәп кеүек социаль объекттар төҙөлөшөнә мохтажлыҡ кисергән.
Алексей Поридорга, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ:  «Яңы йыл алдынан 350 бала яңы мәктәптә белем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Мәктәптең икенсе өлөшө 2017 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был объектта балалар өсөн йәш үҙенсәлектәренә ҡарап  спорт майҙансыҡтары, баскетбол ,ҡул тубы уйындары өсөн махсус урын, теплица хужалығы, ял зонаһы һәм автомобилдәргә парковка төҙөү ҡаралған».
Заманса мәктәп халыҡты  яңы эш урындары менән дә тәьмин итәсәк. Яҡын киләсәктә почта бүлексәһе менән һаулыҡ һаҡлау пунктын асыу  мәсьәләһе лә хәл ителәсәк. Йылдам үҫеүсе  ҡасабаның яңы урамдарына асфальт юлдар түшәлә..

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика