Өфөлә халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса тулы метражлы фильм төшөрөлә башлаясаҡ 18.03.2017

Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ролдәрҙе башҡарасаҡ ҡыҙҙар-егеттәр араһында кастинг үтте. Мотлаҡ талаптарҙың береһе - башҡорт телендә һөйләшеү. Артабан уларҙың ижади һәләттәре ҡарала. Быға тиклем фильм авторҙары йәш актерҙар араһында өс кастинг үткәрә. Бөгөнгөһөнә бөтә республиканан үҙҙәрен кино сәнғәте өлкәһендә һынап ҡарарға теләүсе ике йөҙләп егет-ҡыҙ килгән. Фильмда ҡатнашыусы актерҙар исемлеге киләһе аҙнала билдәле буласаҡ.  

Фильм авторҙары әйтеүенсә, төп ролдәрҙә - 25, ә күмәк кеше ҡатнашлығындағы кадрҙарҙа йөҙҙән ашыу актер уйнауы күҙаллана. Съемкаларҙы бинала, асыҡ урындарҙа, Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәт ҡосағында: «Шүлгәнташ» мәмерйәһендә һәм Йылҡысыҡҡан күлендә төшөрөү ҡаралған. Декорация һәм костюмдар буйынса эштәр башланған да инде. Әйткәндәй, «Урал батыр» фильмы Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлә. «Ватан» телекомпанияһы 13 миллион ярым һум күләмендә аҡса алды. Фильмды башҡорт телендә рус һәм инглиз субтитрҙары менән 2018 йылға сығарыу ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика