Өфөлә Көньяҡ Урал башҡорттары тарихы айырым китап итеп баҫтырылды

Өфөлә Көньяҡ Урал башҡорттары тарихы айырым китап итеп баҫтырылды 13.01.2017

«Башҡорт ырыуҙарының тарихы» проектының яңы томлыҡтарында Һальют, Терһәк, Һеңрән, Бәкәтин, Һырҙы, Шуран, Мәркәт, Ҡошсо, Һыҙғы, Өпәй ырыуҙары тарихы ташҡа баҫылды. Һәр ырыу фәнни яҡтан ныҡлы өйрәнелгән, тарихи факттарға, архив документтарға таянып яҙылған.

Башҡорт милләте ырыу-ҡәбилә структураһы һаҡлан­ыуы менән башҡа халыҡтарҙан айырылып тороуы менән үҙенсәлекле. Проект етәксеһе, билдәле тележурналист Салауат Хәмиҙуллин, тарихсылар генетиктар менән дә тығыҙ рәүештә эшләгән. Улар, һәр ырыуҙы генетикаһына ҡарап айырырға була, тигән фекерҙә. «Башҡорт ырыуҙарының тарихы» китабының 20 томы әҙер, тиҙҙән яңылары донъя күрәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку