Өфөлә физика буйынса мәктәп уҡыусылары араһында республика олимпиадаһы башланды 17.01.2015

Быйыл унда Башҡортостан ҡала-райондарынан 170 бала һынау тота.

Уҡыусылар етди, улар яҡшы һөҙөмтәгә ирешергә теләй. Олимпиадала еңеү өсөн 5 сәғәт эсендә тиҫтәнән ашыу мәсьәләне дөрөҫ сисеп, һорауҙарға яуап биреү зарур. Уҡыусылар үҙҙәре менән шоколад менән һыу ҙа алған.  Конкурс ике этаптан тора. Еңеүселәр Рәсәй кимәлендәге бәйгелә һынау тотасаҡ.
Олимпиада сиктәрендә уҡыусылар өсөн күргәҙмә лә ойошторолдо. Унда мәктәп балаларының үҙҙәре төҙөгән һәм уйлап сығарған техникаһы ҡуйылған. Мәҫәлән, был ҡоролманы мәктәптә ҡыңғырауҙы автоматлаштырыу өсөн ҡулланырға мөмкин. Ә был робот, әйбер ташыу өсөн ҡулайланған.
Олимпиадала  иң өлгөр уҡыусылар һынау тота. Улар бәйге барышында бер-береһе менән дуҫлаша.  Бынан тыш, Рәсәй кимәлендә олимпиадаға үтеп, унда еңеп сығыусыларға юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөк бирелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика