Өфөлә эшлекле ял көндәре үтә 13.05.2017

Бөгөн Башҡортостандың үҫеш корпорацияһында технологик стартаптарға нигеҙ һалыусылар, инновация проекттары авторҙары һәм ошо йүнәлештә эшләргә теләүселәр өсөн практик йүнәлешле сара уҙғарылды. Тәжрибә уртаҡлашыу майҙанында уларға ҡыҙыҡлы лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, бизнес-уйындар әҙерләгәйне.

Осрашыу «Инновациялар буйынса белешмә» төбәк программаһы, Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре тарафынан ойошторолдо.
Эшлекле осрашыуҙа йәштәр эксперттарҙы бизнес-идеялары менән таныштырҙы, эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә файҙалы кәңәштәр алды. Әйтәйек, андроид системаһында  башҡорт телен өйрәнеү һәм Башҡортостандың барлыҡ карталарын берләштереүсе ҡушымталар төҙөргә теләүселәр булды. Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары ла иҡтисади яҡтан отошло проекттар өҫтөндә эшләргә йыйына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика