Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәтен  иң яҡшы белгән уҡыусылар асыҡлана 09.01.2017

Милли телдәр буйынса олимпиада бөгөн башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданы асыу тантанаһы Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатында, татар теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге художество  гимназия-интернатында үтте. Йыл һайын ойошторолоп килгән белем бәйгеләрендә 400-ҙән ашыу бала үҙ көсөн һынай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала хатта, күрше өлкәләрҙән дә тиҫтәгә яҡын уҡыусы ҡатнаша.  

Ҡабатлағандан доға иҫкермәй тигән һымаҡ, Ырымбурҙар  олимпиада башланыр алдынан  ҡағиҙәләрҙе тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрә.  Башҡортостанда  телде өйрәнеү өсөн бөтә шарттар бар, ә ситтә туған телде һаҡлау, быуындан-быуынға тапшырыу ҡатмарлыраҡ, ти улар.  Бигерәк тә яңы  нәшер ителгән уҡыу әсбаптарының етешмәүе  бәкәлгә һуға.  
Өфөлә үткән олимпиадала  ҡала-район кимәлендәге һынауҙы уңышлы үтеп сыҡҡан уҡыусылар ҡатнаша. Уларҙың күбеһе үҙен йәш хәбәрсе булараҡ та танытып өлгөргән.
Уҡытыусылар фекеренсә, республика кимәлендәге олимпиада уҡыусыларға яуаплылыҡ та,  яңы үрҙәргә көс-дәрт тә өҫтәй. Икенсенән, үҙҙәре кеүек тел ҡәҙерен белеүсе балалар менән аралашып илһам алып ҡайта.
Милли телдәр буйынса олимпиа быйыл Өфөгә 400-ҙән ашыу уҡыусыны  йыйҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың кимәле яҡшыра, фекерләү ҡеүәһе киңәйә.  Балаларҙың һәләтен тулыһынса асыҡлау өсөн һынауҙың шарттары ла үҙгәрә, камиллаша бара. Еңеүселәргә иһә уҡыуға ингәндә өҫтәмә баллдар ҙа ҡуйыла.
Милли телдәр буйынса олимпиада  һынау ғына түгел, туған телеңә хөрмәтеңде, ихтирамыңды күрһәтеү ҙә,  быуындар күсәгилешлеген һаҡлап ҡалыу ҙа.  Шуға күрә был олимпиадала тулы мәғәнәһендә  еңеү түгел, ҡатнашыу мөһим тип әйтергә мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика