Өфө илдең философия үҙәгенә әйләнәсәк 06.10.2015

Иртәгәнән 10 октябргә тиклем баш ҡалала етенсе Рәсәй философия конгресы үтә. Быйыл ул  «Философия, толерантлыҡ, глобалләшеү. Көнсығыш һәм Көнбайыш-ҡараштар диалогы» тип атала.

Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конгресс булыуға ҡарамаҫтан, йыйында халыҡ-ара делегаттар ҙа ҡатнаша. Форумға 16 илдән һәм Рәсәйҙең  71 төбәгенән  мең ярымдан ашыу философтың килеүе көтөлә. Ойошторуосылар әйтеүенсә, конгреста тотош донъяуи йәшәйештә көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала. Философтар проблемаларҙы күтәреп кенә ҡалмай, уларға мөнәсәбәт һәм хәҙерге күҙлектән ҡараш тәҡдим итәсәк.
Николай Морозкин, БДУ ректоры: «Шос һәм БРИКС саммиттарынын һуң бик ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк мәсьәләр ҡалҡып сыҡты. Яңы үҫеш йүнәлештәре, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр үҙенсәлектәре билдәләнде. Был мәсьәләләргә философия күҙлегенән хәл ителеш тәҡдим итергә тейешбеҙ».
Етенсе Рәсәй философия конгресы сиктәрендә Башҡорт социаль технологиялар институтында Балаларҙың ижтимағи хоҡуҡи форумы ойошторолдо. Унда республика төбәктәренән әүҙем һәм алдынғы ҡарашлы үҫмерҙәр ҡатнашты. Уҡыусылар философия күҙлегенән ирек һәм яуаплылыҡ темаһына фекер алышты.
Тәнзилә Ниғмәтуллина, башҡорт социаль технологиялар институты директоры: «Балалар  киләсәк кенә түгел. Улар беҙҙең бөгөнгөбөҙ ҙә. Шуға күрә йәмғиәтте борсоған мәсьәләләргә йәштәр күҙлегенән дә баһа биреү мөһим. Балаларҙың фекер алышыуға ирек һәм яуаплылыҡ темаларын үҙҙәре тәҡдим итеүе юҡҡа түгелдер».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика