Өфө дәүләт авиация техник университеты илдең иң яҡшы 12 юғары уҡыу йорто исемлегендә! 29.06.2017

Ул Шанхай предметлы университеттар рейтингына ингән 12 Рәсәй вуздары иҫәбендә. Исемлектә Мәскәү, Санкт-Петербург, Томск, Новосибирск дәүләт университеттары һәм Рәсәйҙең башҡа абруйлы юғары уҡыу йорттары бар.

Былтыр Өфө дәүләт авиация техник университеты шулай уҡ ошо исемлеккә инде, ул саҡта инженер фәндәре буйынса махсус рейтинг баҫылып сыҡһа, быйыл металлургия йүнәлеше буйынса эшмәкәрлеге баһаланған. Быйылғы рейтингта 52 фән өлкәһе ҡаралған, 4 мең самаһы университет баһаланған. Финалға мең дүрт йөҙҙән ашыуы үткән. Иң яҡшы юғары уҡыу йорттары биш талап нигеҙендә билдәләнгән: ғилми эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, иң яҡшы журналдарҙа мәҡәләләр һаны, халыҡ-ара наградаларҙың һәм премияларҙың барлығы.
Николай Криони, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры: «Шанхай  университеттар рейтингында беҙ  икенсе йыл. Тәү сиратта был беҙҙең педагогик коллектив һәм ғалимдарыбыҙҙың уңышы.  Билдәле журналдарҙа мәҡәләләре даими баҫыла. Халыҡ-ара кимәлде алғанда ла беҙ, мәҫәлән, Көньяҡ Корея, Америка вуздары менән даими хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шуны ла билдәләп үткем килә,  рейтингҡа ингән  беҙҙән башҡа бөтә университеттар өҫтәмә финанслау ала, ә беҙ фәнни эшмәкәрлекте үҙ аллы алып барабыҙ».
Өфө дәүләт авиация техник университетында  14 меңгә яҡын студент белем ала. Яҡшы билдәләргә өлгәшкән студенттарға исемле стипендиялар түләү буйынса ла вуз алдынғылар рәтендә. Юғары уҡыу йорто  илдең иң абруйлы наградаһы- Ленин ордены менән бүләкләнгән. Вуз камиллашыу һәм үҫеш юлында. Быйыл  университет 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика