Өфө дәүләт авиация техник университеты етәксеһе Рәсәйҙең иң яҡшыһы ректоры исеменә лайыҡ булды 13.03.2017

Николай Криони «юғары уҡыу йортондә фән» номинацияһында еңеп сыҡты. Эксперт комиссияһы 26 мәғариф учреждениенан алты юғары уҡыу йортон һайлап алған.

Николай Криони, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры, техник фәндәр докторы, профессор: «Университетта беҙ фәнгә ныҡлы иғтибар бүләбеҙ. Уҡыу-уҡытыу эштәренән алда, беҙҙең тәүге бурыс студенттарҙы фәнни яҡтан тәрбиәләү. Быға ярашлы, юғары уҡыу йорто етәкселеге ғилми эш менән шөғөлләнеүсе уҡытыусылар коллективын да, йәш белгестәрҙе хуплау яғынан ныҡлы иғтибар бүленә. Мин эшемдән ҡәнәғәт. Ҙур ризалыҡ менән, күңелемде биреп эшләйем».
Университеттың техника лабораторияһы тәүлек әйләнәһенә тиерлек тынмай. Студент-аспиранттар бында фәнгә яңылыҡ индереү менән шөғөлләнә. Һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, күптән түгел уйлап табылған был ҡоролма заманса авиация двигателе һәм машина ныҡлығын арттыра. Әлбиттә, юғары уҡыу йортоноң ҡаҙаныштары күп төрлө. Уҡытыусы, магистр-аспиранттарҙың уңыштары етерлек. Әленән әле ил кимәлендә билдәләнә килә. Ошоға бәйле йәш белгестәргә өҫтәмә стипендиялар ҙа түләнә. Әйткәндәй, быйыл ноябрҙә университет 85 йыллыҡ юбилейын да билдәләйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика