Өфө «Балалар хаҡына бергәләп! » Бөтә Рәсәй форумын ҡабул итә

Өфө «Балалар хаҡына бергәләп! » Бөтә Рәсәй форумын  ҡабул итә 17.09.2014

Бөгөн баш ҡаланың тиҫтәнән ашыу учреждениеһында сараның ғәмәли өлөшө бара, пленар ултырыш иртәгә Конгресс-хол бинаһында үтә.

Бишенсе тапҡыр ойошторолған форумдың тәүгеһе 2010 йылда уҙа. Абруйлы сараға 70-кә яҡын төбәктән ҡунаҡтар килә. Ҡатнашыусылар физик мөмкинлектәре сикләнгән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы яҡлау буйынса фекер алыша. Быйыл форумды үткәреү урын итеп Башҡортостан һайланыуы осраҡлы түгел. Республикала социаль сәйәсәткә иғтибар көслө. Бөгөн ҡунаҡтар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә психологик ярҙам буйынса тәжрибә уртаҡлашты. Белгестәр әйтеүенсә, күп осраҡта социаль хеҙмәткәр булып махсус белеме булмаған кешеләр эшләй, ә был дөрөҫ түгел, кеше менән эшләүсе һөнәр эйәләре профессиональ белгес булырға тейеш.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку