Өфө ҡалаһының 60-сы лицейының 4-се синыф  уҡыусыһы Максим Кожевников үҙенсәлекле  осоусы аппарат уйлап тапҡан 23.05.2017

Аппарат квадрокоптер кеүек һауаға күтәрелә һәм төшә, самолет кеүек  оса. Уға видеокамера беркетелгән. Ҡоролманың һәр хәрәкәте планшет, телефон, йә ноутбук  мониторында сағылып бара. Модель урмандарҙағы янғындарҙы, һыуҙа батыусыларҙы һәм браконьер ауҙарын табыуға махсуслаша. Бигерәк тә һыу ятҡылыҡтарында күҙәтеү алып барыу өсөн уңайлы, ул һыуҙа батмай. Оҙаҡ ваҡыт оса ала, шул уҡ ваҡытта ҡоролманы  файҙаланыу арзанға төшә.

Максим Кожевников, Өфөнөң 60-сы лицейы уҡыусыһы: «Аппараттың дүрт винты бар. Ул вертикаль рәүештә һауаға күтәрелә, аҫтағы винттар әкренерәк, ә өҫтәгеләре шәберәк әйләнә башлай, ул горизонталь хәлгә килә һәм 300 метрлыҡ радиуслы түңәрәкте әйләнеп осҡандан һуң ергә ултыра. Мәҫәлән, һыуҙа батыусыларҙы табыу өсөн катер һәм башҡа техника кәрәкһә, был осоусы ҡоролма ярҙамында  аҙ ғына ваҡыт эсендә кәрәкле урынды күҙәтеп була».
Максим  лицейҙа ойошторолған мәғлүмәт технологиялары түңәрәгенә йөрөй. Осоусы ҡоролма-роботты ла тап дәрестән тыш күнекмәләрҙә эшләгән. 11 йәшлек уҡыусы проекты менән Бөтә Рәсәй  конкурсында алтын миҙал яулаған. Лицейҙа ойошторолған түңәрәктә балалар төрлө роботтар йыя, конструкторлау үҙенсәлектәренә өйрәнә һәм ил күләмендә уҙғарылған бәйгеләрҙә лә даими ҡатнаша. Әлегә маҡсаттары - яңы аппартаҡа  патент алыу һәм уны етештереүҙе ойоштороу.
Валерий Челышев, Өфөнөң 60-сы лицейының технология  уҡытыусыһы, инновация технологиялары түңәрәге етәксеһе: «ЗД принтер кәрәк, уйынсыҡтар эшләй торған түгел, ә ҙур, заманса ошо ҡоролманы етештерерлек. Шулай уҡ аппаратты эшләү өсөн   карбон материалы талап ителә.  Беҙ конкурстарҙа йөрөгәндә шуға иғтибар иттек - сит илдә асыш яһала икән уны оҙаҡҡа һуҙмай  тиҙ генә етештереүгә тотоналар. Артабан тағы ла камилырағы сығарыла башлай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика