Электрон технологиялар  киләсәк заманды күҙ уңында тотоп индерелергә тейеш 14.12.2016

Был турала бөгөн Республика башлығы электрон  белем биреү буйынса совет ултырышында белдерҙе. Сарала  мәшғүллек үҙәктәрен интернет ресурстар менән йыһазландырыу,  мәғариф системаһында электрон уҡытыуҙы индереү буйынса башҡарылған эштәр һәм бурыстар хаҡында ла һүҙ барҙы.  

Һүҙ дөйөм  йәмәғәт ҡулланыу базаһы  һәм киләсәк командаһы проекты хаҡында бара.  Был интернет ресурстар  эшһеҙлекте кәметеү, йәштәргә ихтыяж менән файҙаланған һөнәр һайларға булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Белгестәр әйтеүенсә, мәшғүллек йүнәлешендәге сайттар халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Республика базаһында эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр хаҡында 2 миллион тирәһе  мәғлүмәт теркәлгән. Улар даими яңыртылып, тулыландырылып тора.
Электрон технологиялар үҫешкән әлеге заманда өйҙә ултырып ҡына эш урыны ла табырға мөмкин. Интернет селтәрендә ошондай мәғлүмәт базаһы бар. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта республикала 31 меңгә яҡын буш эш урыны иҫәпләнә, уларҙың 11 меңдән ашыуы Өфө ҡалаһына һәм Өфө районына тура килә. Шулай  уҡ бында йыш бирелгән һорауҙар, вакансиялар йәрминкәһе хаҡында ла мәғлүмәт алырға мөмкин. Миҫал өсөн, тәүге йәрминкә 15 декабргә тура килә, был көндө коммуналь тармаҡта һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә эш урындары тәҡдим ителә.
Республика башлығы, белгестәргә замандан бер аҙым алда барырға ҡушты. Был электрон технологиялар бөгөн көнүҙәк, әммә күп тә үтмәй иҫкерә башлайуы ихтимал. Шуға күрә киләсәкте күҙаллап эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, әле интернет аша бер көн эсендә урынлашып та, эш башлап та булған системалар бар.
Бөгөн бер тармаҡты ла  заман технологияларынан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Мәғариф тармағында электрон  ресурстар тәүгеләрҙән булып индерелә башланы.  Хәҙер инде  интерактив таҡта, дистанцион белем биреү кеүек ресурстар менән башланғыс синыфтарҙы ла аптыратып булмай. Әммә әле интернет балаларын донъя селтәренең үҙенән яҡлау бурысы ла килеп тыуҙы. Мәғлүмәт даирәһендәге кире сайттар уҡыусыларҙы психологияһын боҙоп  үҙҙәренә ҡул һалыуға тиклем этәрә  башланы.
Мәғариф министрлығы быйыл бүленәсәк 30 миллион гранттың бер өлөшөн тап медиа даирәлә хәүефһеҙлекте нығытыуға йүнәлтергә ниәтләй.  Бынан тыш, финанстар өҫтәмә белем биреү системаһына, йәғни түңәрәктәргә, инклюзив уҡытыуға, барлығы  8 йүнәлешкә  тотоноласаҡ. Электрон уҡытыуҙы  үҫтереүгә арналған гранттар былтырҙан тапшырыла башланы.
Электрон технологиялар - 21-се быуат күренеше, әммә  ғалимдар күрше галактикаларҙы иңләгән һымаҡ интернет ресурстар ҙа  бер урында тормай. Шуға күрә гранттарҙы ла һөҙөмтәле ҡулланыу мотлаҡ,  отчет, йәғни иҫәп өсөн генә түгел. Ә бының өсөн киң фекерләү даирәһе һәм  замандан алда барыу шарт, тине Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика